Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Ғинуар , 08:50

Халыҡ ихтирамын яулаған табип

«Ринат Марат улы, Бикеш амбулаторияһына ҡараған ауылдар халҡы һеҙҙең эшегеҙҙән бик ҡәнәғәт. Эштән сығып китеп кенә бармаһын, тиҙәр улар борсолоп. Ошоға нимә тип яуап бирер инегеҙ?» - тип үҙемде лә борсоған һорау менән мөрәжәғәт иттем мәҡәләм геройына. «Йылы һүҙҙәре өсөн бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Бала саҡтан аралашыусан булдым. Шулай уҡ атай-әсәйем беҙгә бәләкәйҙән һәр ваҡыт ихтирамлы, изге күңелле, ярҙамсыл, кеше менән матур итеп аралашығырға кәрәк икәнлеген өйрәтте. Йылы һүҙ - йән аҙығы, тигәндәй, был сифаттар беҙҙең эштә бик мөһим. Ә был урында эшләүгә килгәндә, Алла бирһә, эшләрбеҙ. Сөнки участкама ҡараған ауылдар халҡы шул тиклем һәйбәт. Ике йыл эшләү дәүеремдә улар миңә «улым», «балам», тип кенә өндәшәләр. Үҙҙәре лә һәр береһе туғандарымдай яҡын», - тине  халыҡ һөйөүен яулаған табип. Терапевт, невролог Ринат Сәйфуллин тураһындағы материал тулыһынса сайтта:

- Альбина, һаумыһығыҙ, һеҙҙә йомош бар ине, - тип башланы  һүҙен ауылдашым Илдар ағай. - Бикешкә үҙ эшен яҡшы белгән йәш кенә терапевт эшкә урынлашҡан. Шул тиклем һәйбәт врач. Шуның турала район гәзитенә яҙырға кәрәк ине...

Ошо һөйләшеүгә йыллап ваҡыт үтте...  Редакцияға яңыраҡ ҡына Бикеш ауылы терапевын яҙығыҙ әле, тигән тағы ла бер шылтыратыу алмаһаҡ, ауылдаш ағайҙың йомошо әле булһа үтәлмәй торор ине, бәлки...

Үрҙә яҙылғандарҙы уҡығандан һуң аҡ халатлы фәрештәнең кем икәнен күптәр аңлағандыр. Эйе, Бикеш ауыл амбулаторияһының врач-терапевты Ринат Сәйфуллин. Уның менән аралашҡандан һуң, русса әйтмешләй, «Врач от Бога», тигән уйҙар тыуҙы күңелдә. Мәҡәләне уның биографияһынан башлайыҡ.

Р.М. Сәйфуллин 1989 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Атаһы Марат Ғәлимйән улы оҙаҡ йылдар Баймаҡ ҡойоу-механика заводында слесарь булып эшләй. Үкенескә ҡаршы, 2021 йылда фажиғәле рәүештә мәрхүм була.  Әсәһе Фәниә Йомабай ҡыҙы - ҡаланың «Әкиәт» балалар баҡсаһының музыка етәксеһе.

Ринат Марат улы ҡаланың 2-се мәктәбендә белем ала. Уны 2006 йылда тамамлап, Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Фельдшер һөнәрен үҙләштерә ул.

«Бала саҡта үҫкәс ниндәй һөнәр һайлау мәсьәләһе борсоманы. Бәләкәй сағымда атай-әсәйем миңә уйынсыҡ «Ашығыс ярҙам» машинаһы һатып алып ҡайтты. Шуның менән яратып уйнай инем. Тап ошо уйынсыҡ киләсәк һөнәр һайлауға булышлыҡ итте лә инде. Медицина юлын һайларға ҡарар иткәс, мәктәптә биология һәм химия фәндәрен тырышып уҡыным, өйрәндем. Әммә география һәм йәмғиәтте өйрәнеү предметтары иң яратҡан дәрестәрем ине», - тип йылмайҙы Ринат Марат улы.

Тырыш, маҡсатлы егет уҡыу йортон «ҡыҙыл диплом»ға тамамлай.

 Йәш белгес 2011 йылда хеҙмәт юлын Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының «Ашығыс ярҙам күрһәтеү» хеҙмәтендә фельдшер булып башлай.  

2012-2018 йылдарҙа белемен тағы ла камиллаштырыу маҡсатынан Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Уҡыу менән бер рәттән нормаль анатомия кафедраһында лаборант һәм «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләп тә йөрөй. Юғары белем алғандан һуң 2019 йылда Баймаҡ үҙәк дауаханаһында участка терапевы була. Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы егет 2019-2021 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында врач-невролог һөнәре буйынса ординатура үтә. Ошо осорҙа баш ҡаланың шәхси наркология клиникаларының береһендә эшләй.

Үҙен һәр эшкә яуаплы, етди икәнен танытҡан егеткә 2021 йылда  Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы мөдире вазифаһын йөкмәтәләр.«Дүрт йыл эшләү дәүеремдә етәксе эше мине бик күп нәмәгә өйрәтте. Ошо осорҙа ярайһы уҡ тәжрибә тупланды», - ти Ринат Марат улы.

Бикеш ауылы амбулаторияһына ул 2024 йылда эшкә төшә һәм бөгөнгә тиклем врач-терапевт булып уңышлы эшләй. Был бүлексәгә Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Таулыҡай, Байым, Бикеш ауылдары ҡарай. Йәғни өлкән йәштәге 2500 кешенең һаулыҡ һағында тора ул.

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Ринат Марат улына саҡырым юлдар үтеп,  көн һайын Бикеш ауылына - яратҡан эшенә барыу ауырлыҡ тыуҙырмай. «Көнөнә нисә пациентты ҡабул итәһегеҙ? Иң күп таралған ауырыу төрө ниндәй?» - тигән һорау бирҙем әңгәмәсемә.  «Көнөнә 40 тирәһе ауырыуҙы ҡабул итәм. Ярҙам һорап килеүселәрҙе башлыса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, шәкәр диабеты, бронхо-үпкә ауырыуҙары борсой», - тип яуапланы ул.  Был участкаға ҡараған ауылдар халҡы терапевтың эшенән шул тиклем ҡәнәғәт.

«Үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Ҡасан барһаң да асыҡ йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала. Ябай, аҡыллы. Һаулыҡ буйынса борсоған һәр һорауға ентекле итеп яуап бирә, бик рәхмәтлемен. Уның кеүек сифатлы эшләгән, белемле врачтар күберәк булһын», - тине Таулыҡай ауылынан Венера исемле ханым.

«Мин дә Ринат Марат улы тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтер инем. Шәкәр диабеты менән ауырыу сәбәпле, уға күп тапҡыр мөрәжәғәт иткәнем бар. Һәр ваҡыт матур итеп тыңлай, файҙалы кәңәштәрен бирә, тейешле дарыуҙарын яҙа. Оло йәштәмен, тип һаулығығыҙға битараф ҡалмағыҙ, йөрөгөҙ, тикшерелегеҙ, тип беҙҙе дәртләндереп ебәрә. Шул тиклем кешелекле табип», - тине Гөлшат исемле апай.

«Белемле, иғтибарлы терапевт. Ял йортона барыу өсөн тикшереүҙәр үткәндән һуң, анализдарымды ҡарап, ул миндә яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы булыуын әйтте. Тиҙ арала тейешле дауалау курстары алып, шештең аҙыуына юл ҡуйманыҡ. Аҡ халатлы фәрештә Ринат Марат улына рәхмәтлемен», - тине Земфира исемле ханым.  

«Ринат Марат улы, Бикеш амбулаторияһына ҡараған ауылдар халҡы һеҙҙең эшегеҙҙән бик ҡәнәғәт. Эштән сығып китеп кенә бармаһын, тиҙәр улар борсолоп. Ошоға нимә тип яуап бирер инегеҙ?» - тип үҙемде лә борсоған һорау менән мөрәжәғәт иттем мәҡәләм геройына.

«Йылы һүҙҙәре өсөн бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Бала саҡтан аралашыусан булдым. Шулай уҡ атай-әсәйем беҙгә бәләкәйҙән һәр ваҡыт ихтирамлы, изге күңелле, ярҙамсыл, кеше менән матур итеп аралашығырға кәрәк икәнлеген өйрәтте. Йылы һүҙ - йән аҙығы, тигәндәй, был сифаттар беҙҙең эштә бик мөһим. Ә был урында эшләүгә килгәндә, Алла бирһә, эшләрбеҙ. Сөнки участкама ҡараған ауылдар халҡы шул тиклем һәйбәт. Ике йыл эшләү дәүеремдә улар миңә «улым», «балам», тип кенә өндәшәләр. Үҙҙәре лә һәр береһе туғандарымдай яҡын», - тине  халыҡ һөйөүен яулаған табип.

Яратҡан эше менән генә түгел, ҡәҙерле ғаиләһе менән дә бәхетле Ринат Марат улы. Һөйөклө ҡатыны Гөлнара Тимербулат ҡыҙы менән Йәсминә исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Тормош юлдашы үҙәк дауаханала табип-терапевт булып эшләй. «Ҡыҙым, үҫкәс теш врачы булам, һиңә ялтырап торған алтын тештәр  ҡуям, тип хыяллана», - тине бәхетле атай.  

Әңгәмә аҙағында Ринат Марат улы әле лә матур хәтирәләр менән иҫкә алған, уҡып киткән ҡаланың 2-се мәктәбе уҡытыусыларына, киләсәк һөнәренә нигеҙ һалған Сибай медицина колледжы педагогтарына, һәр яҡлап терәк-таяныс булған район үҙәк дауаханаһы етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Шулай уҡ терапевт булараҡ, форсаттан файҙаланып, пациенттарға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләне. «Һаулыҡ - ҙур байлыҡ, икәнен онотмаһындар. Йыл һайын диспансеризация үтеп торһондар, борсоған һорауҙары булһа, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итһендәр», - тигән кәңәштәрен дә еткерҙе ул.

 Үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән, халыҡ ихтирамын яулаған, аҡыллы, изге күңелле Ринат Марат улының эшенән бик күптәр ҡәнәғәт. Эйе, халыҡ һөйөүе, халыҡ рәхмәте - эшеңдәге иң ҙур баһалыр ул.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас