Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Ноябрь 2025, 16:37

Күҙҙәр - күңел көҙгөһө

Кисә, йәғни 11 ноябрҙә врач-офтальмологтар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Аҡ халатлы был изге һөнәр эйәләренә беҙ  күҙебеҙ ауыртҡан, һыҙлаған, хатта сүп кергән осраҡта ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Күҙ - кеше организмындағы иң мөһим органдарҙың береһе. Шуға был һөнәр эйәләренең эше яуаплылыҡ, оҫталыҡ талап итә. Район үҙәк дауаханаһының врач-офтальмологы Альбина Шәрәфетдинова - тап шундай һәләтле һәм тәжрибәле табиптарҙың береһе. Ҡала һәм район  халҡының  күҙ һаулығы һағында тороусы тәжрибәле  офтальмологтың дөйөм хеҙмәт стажы  - 32 йыл, шуның 22 йылын ул офтальмология өлкәһенә бағышлаған. Тулыраҡ сайтта:

Кисә, йәғни 11 ноябрҙә врач-офтальмологтар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Аҡ халатлы был изге һөнәр эйәләренә беҙ  күҙебеҙ ауыртҡан, һыҙлаған, хатта сүп кергән осраҡта ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Күҙ - кеше организмындағы иң мөһим органдарҙың береһе. Шуға был һөнәр эйәләренең эше яуаплылыҡ, оҫталыҡ талап итә.

Район үҙәк дауаханаһының врач-офтальмологы Альбина Шәрәфетдинова - тап шундай һәләтле һәм тәжрибәле табиптарҙың береһе. Ҡала һәм район  халҡының  күҙ һаулығы һағында тороусы тәжрибәле  офтальмологтың дөйөм хеҙмәт стажы  - 32 йыл, шуның 22 йылын ул офтальмология өлкәһенә бағышлаған.

Альбина Тимер ҡыҙы 1967 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған, 2-се мәктәптә белем ала. Уҡыуҙы тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға керә. «Мин табип булырға бала саҡтан хыялландым. Балалар баҡсаһында ла, өйҙә лә «дауахана» уйнай инек.  Һәм уларҙа һәр ваҡыт врач ролендә булдым. Шуға ла киләсәгемде лә тик табип булараҡ күҙ алдына килтерә инем», -  тине Альбина Тимер ҡыҙы. Юғары уҡыу йортонда ул балалар табибы һөнәрен үҙләштерә.

Студент саҡта буласаҡ тормош ипәше менән таныша. Ул ваҡытта Ришат Ғизетдин улы стоматология бүлегенең 4-се курс студенты була. Ике йәш йөрәк  1990 йылда ғаилә тора.

1994 йылда интернатура үтергә Баймаҡ район дауаханаһына ҡайталар. Интернатура осоро тамамланғас, йәштәр хеҙмәт юлын Ришат Ғизетдин улының тыуған яғы - Ауырғазы районында дауам итә. Ғаилә башлығы баш табип, Альбина Тимер ҡыҙы педиатр булып ең һыҙғанып эш башлай.

2004 йылда аҡ халатлылар ғаиләһе хеҙмәт юлын Баймаҡ үҙәк дауаханаһында дауам итә. Альбина Тимер ҡыҙы офтальмолог һөнәрен үҙләштереп, ошо өлкәлә эш башлай һәм бөгөнгә тиклем үҙ хеҙмәтенә тоғро. Район үҙәк дауаханаһында ул берҙән-бер офтальмолог. «Көнөнә төрлө күҙ ауырыуҙары менән мөрәжәғәт иткән 50-нән ашыу пациентты ҡабул итәм. Беҙҙә был һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ шул тиклем ҙур. Тиҙ арала эшкә тағы ла берәй офтальмолог  килеүенә ышанам һәм өмөтләнәм», - тине Альбина Тимер ҡыҙы.

«Күпселек ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итә?» - тип һораным күҙ табибынан. «Уҡыусы балалар араһында мөрәжәғәт итеүселәрҙе алыҫтан яҡшылап күрмәү (миопия) мәсьәләһе борсой. Был инде замана технологияһы, гаджеттар менән бәйле. Көндәр буйы телефонда, монитор экранына ҡарап ултырыу күҙ ауырыуҙарына килтерә. Ә оло йәштәгеләр макулодистрофия һәм глаукома менән мөрәжәғәт итә», - тип яуапланы ул.

Альбина Тимер ҡыҙы ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүсе һәр кемгә яҡшы, ипле мөғәләмәлә. «Ҡыҙыбыҙ алыҫтан насар күргәс, Альбина Тимер ҡыҙына мөрәжәғәт иткәйнек. Ул ҡарап, ниндәй күҙлек алырға кәрәклеген әйтте. Йыл һайын рецепт яҙҙырырға йөрөйбөҙ. Үҙ эшен яҡшы белгән врач, тиер инем. Кешене тыңлай белә, яҡшы кәңәштәрен бирә. Уға рәхмәтлебеҙ», - тине Гөлназ исемле һылыу.

“Күҙҙәрҙе йәрәхәтләнеүҙән һаҡларға кәрәк. Шулай уҡ көнө буйы компьютерға, гаджеттарға текләп ултырыу зыянлы. Ғөмүмән, күҙҙәрҙе һаҡлау өсөн бөтә организмдың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Саф һауала күберәк йөрөү, дөрөҫ туҡланыу ҙа күҙҙәр сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай”, - тигән кәңәштәрен еткерҙе врач-офтальмолог Альбина Шәрәфетдинова.

Ғаиләһе менән дә бәхетле мәҡәләм геройы. Тормош иптәше Ришат Ғизетдин улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Илнур - инженер. Уртансылары Илшат атаһының юлын һайлап, теш табибы булып эшләй. Ҡыҙҙары Илсиә - 9-сы класс уҡыусыһы.

Альбина Тимер ҡыҙын һәм ғүмерҙәрен врач-офтальмолог һөнәренә бәйләүсе аҡ халатлыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас