Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Сентябрь 2025, 17:35

Бөтә төр һыҙланыуҙарҙан иң шәп ысул

Арҡа ауыртыуынан, терһәктәр һәм тубыҡ һыҙлауынан, аpтpоздан, peвматизмдан, pадикулиттан, миазиттан, нeвpaлгиянан одеколонда төнәтелгән ҡәнәфер (гвoздикa) тәмләткесе ярҙам итә.  Биш ҡап ҡәнәфер ҡабын (20 г) алығыҙ ҙа ике  флaкoн тpoйной oдекoлoнға һалығыҙ. Уны быяла шешәгә бушатып, ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ.  Был шешәне ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) бер аҙна төнәтегеҙ. Ураған һайын һелкетеп торорға онотмағыҙ.  Әҙер төнәтмә ҡуйы һоро төҫтә булырға тейеш. Был төнәтмә менән ауыртҡан, һыҙлаған урынды ыуығыҙ. Унан полиэтилeн менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Һыҙланыуҙар тиҙ баҫылыр. Ә ҡабырға-ара невралгияны дауалау өсөн йод һәм глицерин кәрәк булыр...

Йод менән глицеринды бер үк миҡдарҙа алып, шешәгә ҡойоғоҙ. Унан яхшылап һелкетеп алығыҙ. 

Килеп сыҡҡан иҙмәне мамыҡҡа манып, һыҙлаған урынға һөртөгөҙ. Тик уны умыртҡа һөйәгенә һөртөргә ярамай. Ыуырға ярамай. 

Унан эс кейеме кейеп, йоҡларға ятығыҙ. Тик ҡалын юрған ябынып ятмағыҙ. 

15 процедураны көн аша ҡулланырға була. Шулай уҡ был рецепт ябай радикулиттан, миозиттан һәм имгәнгән урынға һөртөргә була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас