Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Сентябрь 2025, 16:55

Баймаҡта кемдәр прививка яһата?

Табиптар хроник сирлеләргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға прививка эшләтергә кәңәш итә. Улар әйтеүенсә, грипҡа ҡаршы вакцинация – был ауырыуҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле алымы, гриптың ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, дауахананан тыш пневмония хәүефен кәметә һәм иммун системаһына һаҡлаусы матдәләрҙе эшкәртеп сығарырға ярҙам итә. Прививка яһатыу өсөн иң ҡулайлы ваҡыт – сентябрь-ноябрь айҙары.

Республиканың Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, рәсми рәүештә прививка яһау кампанияһы башланды.

Медицина ойошмаларына грипҡа ҡаршы вакциналарҙың тәүге партиялары — «Совигрипп», «Флю-М», «Ультрикс Квадри» килтерелде.

Табиптар әйтеүенсә, грипҡа ҡаршы вакцинация – был сирҙе иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле алымы, гриптың ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, дауахананан тыш пневмония хәүефен кәметә. Прививка яһатыу өсөн иң ҡулайлы ваҡыт – сентябрь-ноябрь айҙары.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас