-11 °С
Болотло
Талҡаҫ күлендә Физкультурниктар көнө айҡанлы байрам сараһы үтте. Был көндө тренерҙар спорт ветерандары, спортсылар һәм һау-әүҙем тормош алып барыусылар тәбрикләнде.
Уларға лайыҡлы наградалар тапшырылды һәм районыбыҙҙың спорт үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерелде.
Талҡаҫ күле тирәләй йәштәр, балалар һәм өлкән быуын ҡатнашлығында еңел атлетика ярышы үтте. Шулай уҡ волейбол, футбол, теннис һәм шашка буйынса ярыштар булды. Спорт кешеләргә һаулыҡ, көс, матурлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итә. Ул характерҙы нығыта һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтә. Айырыуса беҙҙең районда әүҙем йәшәү рәүешен һайлаған кешеләрҙең күбәйеүе ҡыуаныслы.