Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Август 2025, 11:05

Башҡортостанда медицина колледждарына студенттар күберәк ҡабул ителәсәк

Медицина һөнәрҙәренә ҡабул итеү 950 урындан 1 750-гә тиклем арта. Бынан тыш, Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүттә медицина колледждарының филиалдары асылды - был яҡынса өҫтәмә 700 студент. Көҙөн Акьярҙа филиал асыу планлаштырыла. Табиптарға аҙ халыҡ йәшәгән урындарҙа эшләгән өсөн өс йыл дауамында йыл һайын миллион һум түләнә. Йөҙгә яҡын кеше бындай тәүге түләүҙе алды ла инде...

Башҡортостанда медицина колледждарына студенттар күберәк ҡабул ителәсәкБашҡортостанда медицина колледждарына студенттар күберәк ҡабул ителәсәк
Башҡортостанда медицина колледждарына студенттар күберәк ҡабул ителәсәк

Республика медицина учреждениеларын медицина кадрҙары менән тәьмин итеү тураһында Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республикала 70 меңгә яҡын медицина белгесе эшләй. Төбәктә «Медицина кадрҙары» проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Былтыр ғына «Ауыл табибы/фельдшер» программаһы сиктәрендә 197 табип түләү алған, быйыл тағы 129 белгескә ярҙам итеү планлаштырыла. Бынан тыш, республикала «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» инициативаһы башланды. Табиптарға аҙ халыҡ йәшәгән урындарҙа эшләгән өсөн өс йыл дауамында йыл һайын миллион һум түләнә. Йөҙгә яҡын кеше бындай тәүге түләүҙе алды ла инде.

"Маҡсатыбыҙ-2030 йылға табиптар дефицитын тулыһынса тиерлек бөтөрөү һәм дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа медицина персоналының артыуын тәьмин итеү. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм муниципалитет башлыҡтарына бөтә сығарылыш уҡыусыларын-медиктарҙы, айырыуса маҡсатлы хеҙмәткәрҙәрҙе мотлаҡ эшкә урынлаштырыуҙы тәьмин итергә кәрәк», — тип яҙҙы төбәк министрҙар кабинеты башлығы үҙенең социаль селтәрендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас