Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Май 2025, 11:28

Хеҙмәтенә иң ҙур бүләк - бәпес ауазы

 - Район бала табыу йортондағы иң йәш әсә нисә йәшлек ине? - Мин эшләгән осорҙа иң йәше 14 йәшлек үҫмер ине. Бынан 15 йыл элек тирәһе булғандыр. -Ә иң оло йәштәгеһе? -53 йәшлек. - Әсәй булыу өсөн иң яҡшы тип һаналған йәш ваҡыты? -18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ара. Сөнки 45 йәштән организмдағы күп ауырыуҙар үҙен һиҙҙертә башлай. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Баймаҡ район үҙәк дауаханаһының акушер-гинекологы, 40 йыл эшләү дәүерендә бик күп сабыйҙарҙың «кендек инәһе» булған Ғәфүр Муллахмәт улы Сәғитдинов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Тулыһынса сайттан уҡый алаһығыҙ:  

Акушер - иң изге һөнәрҙәрҙең береһе. Улар ярҙамында күпме балалар яҡты донъяға тыуа, күпме ҡатын-ҡыҙҙар әсә булыу бәхетенә ирешә. Баймаҡ район үҙәк дауаханаһында ла үҙ эшен күңел һалып башҡарған, медицина өлкәһенең барлыҡ нескәлектәрен яҡшы белгән аҡ халатлылар эшләй. Шуларҙың береһе - бала табыу йортоноң акушер-гинекологы, 40 йыл эшләү дәүерендә бик күп сабыйҙарҙың «кендек инәһе» булған Ғәфүр Муллахмәт улы Сәғитдинов. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

 

- Ғәфүр Мулләхмәт улы, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтмәҫһегеҙ микән? Ҡасан һәм ҡайҙа тыуҙығыҙ?

- Мин 1957 йылда Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуҙым. Ошо ауылда 2-се, Салауат ҡалаһындағы интернатта  8-се, аҙаҡ Ишембайҙа 10-сы класты тамамланым.

- Ҡайҙа белем алдығыҙ?

-Салауат медицина училищеһында фельдшер һөнәрен үҙләштерҙем. Уҡып бөткәс, ике йыл әрмелә хеҙмәт иттем. Һәм ҡайтҡас Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға индем. Унда акушер-гинекология буйынса субардинатор , аҙаҡ интернатура үттем.  Барлығы 7 йыл уҡыным.

-Архангел районы егетен Баймаҡ яҡтарына ниндәй елдәр ташланы?

-Элек ҡулға диплом алған йәш белгестәрҙе шулай төрлө яҡҡа эшкә йунәлтәләр ине. Мине йүнәлтмә буйынса Баймаҡҡа ебәрҙеләр. 1985 йылда Сибайҙа интернатура үттем. 1986 йылда Баймаҡҡа килдем. Иң беренсе гинекология, унан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, аҙаҡ бала табыу йорто мөдире булдым. Аҙаҡҡы өс йылда врач-ординатор вазифаһын башҡарам.

- Ни өсөн врач һөнәрен һайланығыҙ?

- Бәләкәй саҡта йәше лә тулмаған бер туған һеңлем бик ҡаты ауырыны. Өйгә фельдшер саҡырҙылар. Шул ваҡытта мин, 3 йәшлек кенә бала, фельдшерға, бәлки, операция эшләп ҡарарһығыҙ, тинем. Ул мине әрләп ебәрҙе инде. Мин өлкән булһам, терелтер инем уны, тинем. Ошонан сығып та уйлап ҡуям, бала саҡтан теләк булғандыр инде. Үкенескә ҡаршы, һеңлем йүнәлмәне, үлеп ҡалды...

- Эшегеҙ оҡшаймы, был һөнәрҙе һайлауығыҙға үкенгәнегеҙ булманымы?

- Эшебеҙ яуаплы, тынғыһыҙ. Әммә оҡшай. Пенсияға 50 йәштә сыҡтым. Унан һуң да ун һигеҙенсе йыл хеҙмәт итеүемде дауам итәм. Тимәк, үҙ эшемде яратам (йылмая).

- Һеҙҙең ҡулда - әсә һәм сабый яҙмышы. Үтә лә яуаплы һөнәр...

-Эйе, шулай. Әгәр хирург менән терапевт бер кешенең һаулығы өсөн яуап бирһә, акушер-гинеколог хеҙмәте ике кешенең - әсә һәм сабыйының ғүмере өсөн яуаплы.

- Эш башлаған тәүге көнөгөҙҙө, операция эшләүҙе хәтерләйһегеҙме? Ҡурҡытманымы?

-  Ул мәлдә лә район үҙәк дауаханаһында тәжрибәле врачтар эшләй ине. «Уҡып сыҡтың, ҡулыңда дипломың бар,һин барыһын да белергә тейешһең», - тинеләр һәм операция эшләргә ҡуштылар.

 Әйтеп үтеүемсә, хеҙмәт юлымды гинекология бүлегендә башланым. Эшкә төшкәндең икенсе көнө операция эшләргә тура килде. Саҡыртырға, кәңәш һорарға тәжрибәле гинеколог-врачтар ҙа юҡ ине. Ул ваҡытта  хирургияла операция булһа, улар беҙҙе алып инә ине, гинекологияла операция булһа, хирургтар ҙа килә ине. Аҙаҡ приказдар үҙгәреп, гинекологтар үҙҙәре айырым, хирургтар үҙҙәре айырым эшләнек.  Ул ваҡыттарҙа йәш белгес, тип ҡарап торманылар. Уҡып бөткәнһең икән, һин белергә тейешһең. Шулайтып яйлап тәжрибә лә тупланды.

- Эш дәүерендә нисә сабыйға яҡты донъя бүләк иттегеҙ?

- Аныҡ ҡына әйтә алмайым. Сөнки дежурҙа ла  була инек. Тағы ла бер йылда бала табыу йортонда, икенсе йылына гинекология, артабан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, ә һуңғы егерме йылда бала табыу йортонда эшләйем. Шунан сығып әйткәндә, шул егерме йылда - егерме меңләп сабыйға донъяға килергә ярҙам иттем.

- Бәпес табырға килеүселәр араһында ла төрлө ҡатын-ҡыҙҙар осрайҙыр. Кемдер тулғаҡ мәлен бигерәк ауыр кисерә. Ул ваҡытта нисек ярҙам итәһегеҙ?

-Ул ваҡытта иң мөһиме - тыныслыҡ һаҡларға тырышыу. Ҡатын-ҡыҙ һиҙгер бит инде. Әгәр һинең борсолғаныңды, тулҡынланғаныңды һиҙә икән, буласаҡ әсә лә, янындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә тынысһыҙлана башлай. Әгәр мин һәр осраҡта ла тыныслыҡ һаҡлап ҡалырға тырышам икән, хеҙмәткәрҙәр ҙә миңә ҡарап тыныс була, пациент та үҙен ышаныслыраҡ тота. Шуға мин ниндәй генә хәл булһа ла, тулҡынланыуымды белдермәйем, тыныслыҡ һаҡларға тырышам.

- Район бала табыу йортондағы иң йәш әсә нисә йәшлек ине?

- Мин эшләгән осорҙа иң йәше 14 йәшлек үҫмер ине. Бынан 15 йыл элек тирәһе булғандыр.

-Ә иң оло йәштәгеһе?

-53 йәшлек.

- Әсәй булыу өсөн иң яҡшы тип һаналған йәш ваҡыты?

-18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ара. Сөнки 45 йәштән организмдағы күп ауырыуҙар үҙен һиҙҙертә башлай.

- 2024 йылда районда бөтәһе нисә сабый тыуҙы?

-445.

- Күп йәш парҙар өйләнешеүҙән һуң бәпес алыу ваҡытын ҡабаландырмай. Үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ әле, тиҙәр. Һөҙөмтәлә, һаҡланыу өсөн төрлө препаратар ҡуллана. Һуңынан, оҙаҡ йылдар теләһәләр ҙә, ауырға ҡалмау ҡурҡынысы бар, тиҙәр. Был шулаймы?

- Әгәр кейәүгә һуң сығаһың икән, мәҫәлән, 30 йәштән һуң түлһеҙлек барлыҡҡа килергә мөмкин. Сөнки был ваҡытта аналыҡ ҡыуышлығында  бер ни тиклем ауырыуҙар барлыҡҡа килә.

- Ҡатын-ҡыҙҙарҙа иң йыш күҙәтелгән ауырыу? Буласаҡ әсәләр бала саҡтан нимәгә иғтибар итергә тейеш?

- Сәләмәт тормош алып барырға тейеш.

- Мәктәптәрҙә улар менән гинекологтар осрашамы?

- Эйе, класс сәғәттәрен, осрашыуҙарҙы күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эшләүсе врачтар, акушеркалар үткәрә.

-Эсеү-тартыу кеүек насар ғәҙәттәр сабый һаулығына нисек тәьҫир итә?

-Хәҙер йәштәрҙең спиртлы эсемлектәр эсә һалып бармауы ҡыуандыра. Ә бына уларҙың төрлө зарарлы эсемлектәр эсеүе, һаулыҡ өсөн кире тәьҫир иткән ризыҡтар менән туҡланыуы насар, әлбиттә. Уларҙың составын уҡыһаң, бик күп насар мәтдәләр бар.

-Аборттарҙан һуң кире ауырға ҡалмау ҡурҡыныс бармы?

- Бар, әлбиттә. Һәр аборт үҙенең эҙемтәһен бирмәй ҡалмай. Торбалар йәбешеү ҡурҡынысы бар. Бигерәк тә тәүге баланы алдыртһалар, икенсегә ҡала алмайҙар. Сөнки матканы ҡырған осраҡта, уның физиологияһына зарар килә.

- Йөклө ҡатын киҫкен респираторлы вирус, ковид менән ауырығандан һуң балаға берәй ҡурҡыныс янаймы?

- Эйе,  уларҙы маршрутлау буйынса ҙурыраҡ ергә Өфө бала табыу йортона ебәрәбеҙ. Сөнки көтөлмәгән эҙемтәләр булыуы мөмкин. Бигерәк тә ковид ҡурҡыныс. Хәҙер шәкәр диабеты ауырыуы менән йыш ауырыйҙар. Улар ҙа ебәрелә.

-Бының сәбәбе нимәлә?

-Артыҡ тән ауырлығы, аҙ хәрәкәтләнеү, тейешле кимәлдә туҡланмау, шәкәрле аҙыҡты  сама менән ашарға кәңәш ителә.

-Һау-сәләмәт бала тыуһын өсөн нимә эшләргә?

- Акушер-гинекологҡа ваҡытында күренеп торорға, ул яҙған дарыуҙарҙы алып ҡулланырға, шулай уҡ йышыраҡ хәрәкәтләнергә, телефонда йыш ултырмаҫҡа, спорт менән шөғөлләнергә һәм дөрөҫ туҡланырға кәрәк.

- Баймаҡ бала табыу йортонда көнөнә нисә сабый тыуа?

- Көнөнә уртаса 4 ауырлы ҡатын ҡабул итәбеҙ. Көнөнә бер бәпес тыуа.

- Ҡайһы осраҡта әсәләр бәпес табырға Сибай һәм Өфө ҡалаларына оҙатыла?

- Элек йылына районда 1200-1300 бала тыуа торғайны. Шуларҙың 120 тирәһе операция менән алына ине. Ул ваҡытта Өфөгә йылына 1-2 ҡатынды ғына ебәрә икән. Хәҙер маршрутлаштырыу буйынса ҡатындарҙың 30 проценты Өфөгә, 30 процент тирәһе Сибай бала табыу йортона ебәрелә, шулай уҡ 35 проценттан ашыуы Баймаҡта таба.

- Сабый тыуған мәлдә ҡатынына терәк булырға атай ҙа был бәхетле мәлдә шаһиты була аламы?

- Эйе, район бала табыу йорто бер йыл элек тирәһе «Асыҡ бала табыу йорто» статусын алды. Ул республикала бер нисәү генә. Уға ана шул партнер менән бала табыу ҙа инә. Йәғни атайҙар ҡатыны бәпес тапҡан ваҡытта уға терәк булып, яндарында була ала. Аҙаҡ инде ғаилә айырым бер бүлмәгә урынлаштырыла. Бәпес өйгә ҡайтҡансы бергә булыу мөмкинлеге бар.

-Бының ыңғай яғы?

-Ирҙәр ҡатындары бәпес тапҡансы рухи яҡтан терәк булһа, аҙаҡ инде  айырым палатаға күсерелгәс тә, төрлөсә ярҙам итә.

- Иң ҙур ауырлыҡтағы сабый?

- Һуңғы ваҡытта иң ҙур сабый - 4.800 кг. Ә унан алдарҙағы йылдарҙа 5.200 кг. сабый тыуғайны.

- Климакс нимә ул? Ул, ғәҙәттә, иң күбе нисә йәштә күҙәтелә?

- Уның ҡәтғи билдәле йәше юҡ. Репродуктив системаға күп факторҙар: ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү рәүеше, гинекологик һәм эндокрин ауырыуҙар, йөклөлөк һәм уларҙы туҡтатыу, гормональ препараттар ҡулланыу һәм зарарлы ғәҙәттәр йоғонто яһай. Климакс осоро тип 40-55 йәш һанала.

- Кемдер уны еңел үткәрә, кемдер ауыр. Сәбәбе ниҙә?

- Тәбиғәткә ҡаршы барып булмай, тиҙәр бит инде. Кешенең организмы ла бер иш түгел. Кемдәр шәкәр диабеты, тән ауырлығын гипертоник ауырыуҙарға тиклем килтереп еткергән, улар ауырыраҡ үткәрә.

-Гәзит уҡыусыларҙы ғаилә хәлегеҙ менән дә таныштырып үтмәҫһегеҙ микән?

- Ҡатыным Мәҙинә Камил ҡыҙы менән ике бала үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ Гүзәл Өфө ҡалаһында врач-терапевт, улыбыҙ Айҙар Баймаҡта һатыусы-консультант булып эшләй.

- Ҡатынығыҙ  һеҙҙең эшегеҙҙе аңлап ҡабул итәме?

- Эйе. Ул үҙе лә медицина өлкәһендә эшләй.

- Бик күп әсәләр һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Араларында рәхмәт йөҙөнән улдарына һеҙҙең исемде ҡушам тиеүселәр булманымы?

- Булды. Ҡуштылар(йылмая).

- Коллегаларығыҙ тураһында бер-ике һүҙ әйтмәҫһегеҙ микән?

- Бала табыу йортонда үҙ эшен яратҡан, уны намыҫ менән башҡарған хеҙмәткәрҙәр:15 акушер, 2 врач, 10 тирәһе йыйыштырыусы эшләй.

- Эшләү һәм бәпес тапҡан әсәйҙәр һәм сабыйҙар  өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылғанмы?

- Эйе, Баймаҡ район үҙәк дауаханаһының бала табыу йорто - Урал аръяғы райондарында барлыҡ уңайлыҡ шарттарға яуап биргән берҙән-бер дауахана.

-Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Ғәфүр Муллахмәт улы! Изге, шул уҡ ваҡытта тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Альбина Байегетова әңгәмәләште.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас