Бауыр тиҙерәк нормаға килһен өсөн йөҙөмдө яҡшылап йыуып, уны 10-15 минут ҡайнатып, ас ҡарынға эсергә кәрәк.
Шулай уҡ 50 г самаһы һолоға туралған инжир, курага һалып, йөҙөм өҫтәп (һәр береһен 1 аш ҡалағы, 200 мл һыу) ҡайнатып йылылай эсергә. Бер аш ҡалағы бал да өҫтәргә була.
Ә похмелдән ауырыған кешеләрҙең хәлен нисек еңеләйтергә һуң?
❗Шыйыҡ һоло бутҡаһы. Ул алкоголдең артабан ҡанға һеңеүенә ҡамасаулай, эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген нормалләштерә, организмды сарсауҙан ҡотҡара.
❗Яҡшы сифаттағы квас, уксусһыҙ тоҙло кәбеҫтә йәки ҡыяр рассолы. Шешенеүҙе бөтөрә, организмды В һәм С төркөмө витаминдары менән туҡландыра.
❗Һыуҙа әҙерләнгән какао (һөтһөҙ). Был эсемлек магнийға бай һәм йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген нормалләштереүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, какао антидепрессив тәьҫир итә, кәйефте яҡшырта.
❗Тауыҡ һурпаһы.. Организм уны тиҙ үҙләштерә, был аппетит юғалғанда бик мөһим. Көстө тергеҙә, хәл индерә.
❗Гәрәбә (янтарная)кислотаһы. Күҙәнәктәрҙе һәм туҡымаларҙы тергеҙә, токсиндарҙы сығарыуға һәм ҡан күҙәнәктәрен кислород менән туйындырыуға булышлыҡ итә, иммунитетты тергеҙә.
❗Аҡ һәм ҡара активлаштырылған күмер, полисорб, энтеросгель. Был препараттар токсиндарҙы сығарыуҙы тиҙләтә, интоксикация симптомдарын (күңел болғаныу, ҡоҫоу, баш ауыртыу) бөтөрә, организмдан шлактарҙы сығара, алкоголдең ҡанға һеңеүенә ҡамасаулай, бауыр функцияларын тергеҙә.
❗Аспирин һәм ацетилсалицил кислотаһы нигеҙендәге препараттар. Баш ауыртыуын бөтөрөүгә булышлыҡ итә, һыуһыҙланыу арҡаһында ҡандың ҡуйырыуына ҡамасаулай. Ашҡаҙан ауырыуҙары булған кешеләрҙе һаҡлыҡ менән ҡабул итергә.
❗Глицин. Препарат мейе эшмәкәрлеген нормалләштерә, организмды нығыта.
❗Күп итеп һыу эсеү (минималь 1,5 литр). Газһыҙ ябай һыу, тәбиғи һуттар, морстар, үлән төнәтмәләре, ҡаты булмаған сәй.
❗Хәл булһа, саф һауала йөрөп килеү.