+21 °С
Болотло
4 тауыҡ ботон 1 литр һыуҙа бешерәбеҙ. 1 һуған, 1 кишер, 2 лавр япрағы, тоҙ өҫтәйбеҙ. 1 сәғәт бешерәбеҙ. Унан һурпаны һөҙөп алабыҙ. Һурпаны һыуытҡас, уға 1 аш ҡалағы желатин һалып болғатабыҙ. 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Кишерҙе балдаҡлап турап, төрлө фигуркалар эшләйбеҙ. Табаға полиэтилен түшәп, төбөнә кишер, бешкән йомортҡаны, йәшел борсаҡты матур итеп теҙәбеҙ. Өҫтөнә тауыҡ итен һалабыҙ.Өҫтөнә желатинлы һурпаны ҡоябыҙ. Унан әйләндерәбеҙ. Иҫ киткес ризыҡ әҙер. тәмле булһын!