+21 °С
Болотло
Ҡабаҡ 5 кг
Һыу 2 литр
Шәкәр 500 г
3 әфлисундың һуты
Лимон кислотаһы - 1 сәй ҡалағы.
Ҡабаҡты орлоҡтарҙан һәм ҡабығынан таҙартабыҙ. Бәләкәй генә киҫәктәргә турап, кәстрүлгә һалабыҙ. Һыу ҡойоп, талғын утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 20 минут самаһы ҡайнатабыҙ, һуңынан уны блендер менән эҫе килеш болғатабыҙ. 500 г шәкәр һәм 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Өс әфлисунды турап, һутын һығып алабыҙ Ҡабаҡ массаһы менән әфлисун һутын ҡушып, тағы ла 20 минут ҡайнатабыҙ. Был һутты шунда уҡ эсергә йәки стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡас ябып һаҡларға була.