-6 °С
Болотло
Матурлыҡ витамины
Е витаминын икенсе төрлө – матурлыҡ витамины, тиҙәр. Һәм ысынлап та ул косметологияла киң ҡулланыла. Шулай итеп, дарыухананан алған майлы Е витамины менән матурлыҡты һәм йәшлекте оҙайтып була.
- Битегеҙҙәге косметиканы йыуғас, Е витаминын күҙ тирәһенә һөртөп ҡуйығыҙ. Ул күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙы тигеҙләр.
- Әгәр сәстәрегеҙ һынһа, осо икеләнһә, остарына Е витамины һөртөгөҙ. Быны таҙа сәскә эшләйбеҙ һәм йыумайбыҙ.
- Ҡулығыҙға һөртөгөҙ. Ике тамсы Е витамины ҡулығыҙҙың тиреһен йомшартып, матурлап ебәрер.
- Ҡашығыҙға һәм керпектәрегеҙгә һөртөгөҙ. Был уларҙың матурланыуына, үҫеүенә булышлыҡ итер.
Гүзәл Иҫәнгилдина.