Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Сентябрь , 08:05

Шешенеүҙән шәп эсемлек

Бының өсөн һоло ярмаһы ла, геркулес та алырға була. Бер-ике сәғәттән шешенеүҙең эҙе лә ҡалмаҫ...

Шешенеүҙән шәп эсемлек
Шешенеүҙән шәп эсемлек

Баллы һоло төнәтмәһе шешенеүҙән ярҙам итә. 

Мәҫәлән, һин иртәнсәк шешенеп китеп уяндың икән, ти. Күңелеңде төшөрмә. Тиҙ арала баллы һоло төнәтмәһен әҙерләй һал. 

1 аш ҡалағы һоло ярмаһын (ул ярма булһа ла, геркулес булһа ла ярай) 1 стакан һыуға һал. Унан 15 минут ҡайнат. Аҙаҡ уны һыуытып, 1 балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. 

Был төнәтмәне иртән ас ҡарынға аҙ-аҙлап йотоп эсеп бөтөгөҙ. Бындай төнәтмәне эскәндән һуң иртәнге аштан баш тартырға тура килер. Хәйер, һинең үҙеңдең дә ашағың килмәҫ. 

Бер-ике сәғәттән һуң битеңдәге шеш таралып юҡ булыр. 

Һау-сәләмәт бул! Һәр иртәбеҙ шатлыҡтан торһон!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: