Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Август , 10:10

Быуындарҙы дауалау өсөн

кунжут орлоҡтары

Быуындарҙы дауалау өсөн
Быуындарҙы дауалау өсөн

Кунжут орлоҡтары – бик шәп кальций сығанағы. Уның 100 грамында 1200 мг кальций һәм 500 мг магний бар. Кунжут орлоҡтары быуындар һыҙлауынан ярҙам итә, уны бер аҙна ҡулланғандан һуң да ыңғай үҙгәрештәр тойорһоғоҙ. Уны даими ҡулланыу остеопороз барлыҡҡаа килеүенән, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙың, иҫкәртә. Кунжут иммунитетты нығытыусы ла.

Кунжут орлоҡтарын блендерҙа онтағыҙ һәм бал менән бутап (1/1), ас ҡарынға бер сәй ҡалағы ашағыҙ. Сәйгә ҡушып. Ул бик тәмле лә. Был иммунитетты нығытыусы шәп дауа ла.

Быуындарҙы дауалау өсөн 4 аш ҡалағы кунжут, 2 аш ҡалағы желатин, 8 аш ҡалағы етен орлоғо, 200 г бал, 2 аш ҡалағы ҡабаҡ орлоғо, 3 аш ҡалағы йөҙөм кәрәк булыр.

Бөтә орлоҡтарҙы (кунжут, етен, ҡабаҡ) 1-2 сәғәткә һыуға һалығыҙ. Һуңынан уларҙы һыуҙан алып, балды, йөҙөмдө, желатинды ҡушып блендерҙа болғатығыҙ. Быяла һауытҡа һалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Иртәнге һәм төш аш алдынан (25-35 минут алда) 1 аш ҡалағы ашағыҙ.

Һау-сәләмәт булайыҡ, һыҙланмайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: