Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Август , 18:40

Төркөмдәштәрҙең юғары ҡан баҫымынан

төрлө ысулдар тәҡдим иткәнен уҡып барам. Миңә үҙем әҙерләгән балан настойкаһы ярҙам итә. Балан йыймаған булһағыҙ, туңдырылғаны ла бик килешә. Тик үҙебеҙҙең ерҙәрҙә йыйылған баланды алырға тырышығыҙ. Сөнки һынап ҡаралған, үҙебеҙҙең ерҙәрҙә үҫкән емеш-еләк, үләндәр күпкә нығыраҡ ярам итә. Шулай итеп..

Төркөмдәштәрҙең юғары ҡан баҫымынан
Төркөмдәштәрҙең юғары ҡан баҫымынан

бер стакан туңдырылған баланға 0,5 литр араҡы йәки көмөшкә ҡойоғоҙ. Барыһын да быяла һауытта ғына эшләйбеҙ. Ике аҙна бүлмә температураһында төнәтәбеҙ. Унан һөҙөп үтә күренмәгән быяла һауытҡа ҡойоп алабыҙ.

Ҡулланыу.

Көнөнә өс мәртәбә ашар алдынан ярты стакан һыуға бер аш ҡалағы төнәтмәне ҡойоп эсәбеҙ. Дауаланыу курсы 3-4 аҙна дауам итә. Унан бер айҙан һуң тағы ҡабатларға була. Был ҡан баҫымын нормаға килтергән бик яҡшы ысул.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: