Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Август , 17:05

Шешенәһеңме? Петрушка ярҙам итер!

Петрушканан әҙерләнгән төнәтмә тәндәге артыҡ һыуҙы ҡыуып сығарыр иң шәп үлән. Үҙенең зыяны ла юҡ

Шешенәһеңме? Петрушка ярҙам итер!
Шешенәһеңме? Петрушка ярҙам итер!

Петрушканан төнәтмәне былай эшләйҙәр:

Петрушканы тамыры менән йолҡоп алып, матур итеп йыуығыҙ. Унан ит турағыс аша үткәрегеҙ. Килеп сыҡҡан массаны термосҡа һалып, өҫтөнә 500 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Төнө буйы төнәткәндән һуң иртәнсәк һөҙөп алығыҙ. Был төнәтмә 1 көнгә етергә тейеш. Өскә бүлеп эсегеҙ. 

Был төнәтмәне 2 көн рәттән эскәндән һуң 3 көн ял итегеҙ. Унан йәнә ике көн эсегеҙ. Шул саҡ шеш ҡайта башлағанын һиҙерһегеҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: