+15 °С
Болотло
Иртәнсәк һыуын түгеп, өймәләмә 1 аш ҡалағы дөгөнө алып 3-4 минут тоҙһоҙ ғына бешерәбеҙ. Бешкән дөгөнө иртәнге 8-се яртыға тиклем, ас ҡарынға ашайбыҙ.
Ҡалған дөгөгә ҡабаттан ҡайнап һыуына башлаған һыуҙы ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ.
Ошо рәүешле банкалағы дөгө бөткәнсе эшләйбеҙ.
Был алымдың сере ниҙәме?
Дөгө кристал структуралы ярма. Беҙ уны һыуҙа ебетеп, крахмалын сығарабыҙ. Дөгө бутҡаһы ашҡаҙанда эшкәртелеп, таҙартыусы булып хеҙмәт итә.
Дауаланыу курсынан һуң һеҙ һау-сәләмәт кенә булып ҡалмайһығыҙ, йәшерәк тә булаһығыҙ.
Әйткәндәй, дөгө бутҡаһын ашағандан һуң, тағы ла 3 сәғәт ашарға ярамай.
Ошолай итеп бил ауыртыуы баҫылып ҡала. Елкә тирәһендәге шытырлап торған урыны баҫылыр.
Һау-сәләмәт булығыҙ!