Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән сирләү осраҡтарының артыуы теркәлә. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был миҙгелгә бәйле. Әле Өфөнөң инфекция дауаханаһында ошо диагноз ҡуйылған 10 кеше ята. Табиптар ауырыуҙың тәүге билдәләре менән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Ғәҙәттә улар инфекциянан һуң 4-се көндән 6-сы көнгә тиклем күренә башлай. Был тән температураһының 39 градусҡа тиклем күтәрелеүе, ҡалтыраныу һәм баш ауыртыуы. Дауаланмаһа, үлем осраҡтары ауырыуҙарҙың 80 процентында була. Ярты йыл эсендә Башҡортостанда 32 кешегә сысҡан биҙгәге диагнозы ҡуйылған. Был былтырғыға ҡарағанда 19 процентҡа кәмерәк. Инфекция сығанаҡтары араһында-Нуриман, Балтас, Әбйәлил райондары.