Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә үҙенсәлекле марафон үтте. Ул һаулыҡҡа арналды.
Беҙҙе үҙәктең фойеһында уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Береһе теркәү үткәрһә, икенсеһе ҡан баҫымын тикшерҙе. Шунда уҡ һаулыҡ бите урынлашҡан ине. "Тәмәкене ташла!" акцияһына ярашлы тәмәкене алма менән алмаштырып алып була ине. Анкета ла тултырттылар, хатта диспансеризация үтеү өсөн саҡырыу ҙа тапшырҙылар.
Ә бына халыҡ ижады үҙәге алдында торған дауахана автобус эсендә анализға ҡан биреп, йөрәгеңде тикшертереү мөмкинлеге булды.
Халыҡ ижады үҙәгенең икесе ҡатында күмәкләшеп күнекмә эшләнеләр. Тамашалар залында Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгес-эксперты Ирина Марсил ҡыҙы Карамова «Инсультҡа юҡ тип әйтәйек", Республика клиник дауаханаһының баш штаттан тыш белгесе, эпидемиолог Азат Мөнир улы Мөхәмәтйәнов "Эҫе йәй проблемалары: эпидемиолог ҡарашы" тигән темаға сығыш яһанылар. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Тимерйән улы Рысҡужин көн дә 10 мең аҙым яһауҙың мөһимлеге тураһында бәйән итте.
Сара халыҡта әүҙем оҙон ғүмерҙе оҙайтыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу маҡсатында һәм Республика Башлығы Р.Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙғарылды. Марафон «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» төбәк программаһы сиктәрендә, халыҡтың ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан, шул иҫәптән мейелә киҫкен ҡан әйләнеше боҙолоуҙарҙан үлем осраҡтарын кәметеү өсөн уҙғарыла.