СССР - ҙа тыуған кешене яурынындағы бәләкәй прививка урыны буйынса таныуы еңел. Был – сәсәк ауырыуына ҡаршы вакцина эҙе. Кескәй саҡта дауаханаға барып: “Сейчас мы тебе зайчик сделаем”, -тип алдаштырған шәфҡәт туташтарын күптәр яҡшы хәтерләйҙер.
Ә бит ошо вакцинация ярҙамында кешелек был ҡурҡыныс ауырыуҙы еңә. Сәсәктең бөтә планетала таралауы теркәлмәй башлай. Шуға күрә 1980 йылдарҙан совет балаларына унан прививкалар яһау туҡтатыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы баһалауынса, 50 йыл эсендә глобаль иммунизация 154 миллиондан кәм булмаған кешенең, дөрөҫөрәге сабыйҙарҙың, ғүмерен һаҡлап ҡалған һәм ХХ быуат эсендә генә кешеләрҙең ғүмерен 25 йылға оҙайтҡан.
Кешелек тарихында булған бар ауырыуҙар эпидемияһын алып ҡараһаң да, уларға ҡаршы табылған прививкалар ғына әҙәм балаһының был планетанан юҡҡа сығыуын һаҡлап ҡалған. Уға тиклем тотош ҡалалар, илдәр ҡырылған, чума, холера һ.б. ауырыуҙарҙан һәләк булған кешеләрҙең мәйеттәре тау булып өйөлөп ятҡан. Эпидемияны еңеүгә ҙур өлөш индергән белгестәр араһында билдәле мосолман табиптары ла күп. Данлыҡлы Әбүғәлисинаны (Авиценна) ғына телгә алып үтәйек. Ул ҡара үлем - чуманы еңеү өсөн халыҡҡа күпләп бер урынға йыйылмаҫҡа, ҡул-битте уксуслы һыу менән йыуырға, әрем сәйнәп йөрөргә ҡуша, “һаҡланғанды һаҡлармын” тәғлимәтен үтәргә өйрәтә. 1346 йылдарҙа башланып 19-сы быуатҡа тиклем халыҡты ҡырған чуманы кешелек вакцина ярҙамында ғына еңеп сыға бит.
Әммә һуңғы йылдарҙа сабыйҙарына прививка яһатыуҙан баш тартҡан ата-әсәләр арта. Һәм был һәр милләткә, һәр дингә хас. Был бер яҡтан прививкалар тураһында белем етмәүҙәндер. Икенсенән төрлө вакцина тураһындағы уйҙырмалар ҙур проблема тыуҙыра. Мәҫәлән, күп кенә ата — әсәләр һаман да, сәсәк ауырыуын бөтөнләй зарарһыҙ инфекция тип иҫәпләй. Был дөрөҫ түгел: ул энцефалитҡа еткереп, һаулыҡ өсөн ҡот осҡос эҙемтәләр тыуҙырыуы ихтимал. Шуға күрә сабыйҙарҙы прививкалар менән яҡлап, уларҙың һаулығын оҙаҡ йылдар һаҡлау өҫтөндә эш башҡарыла. Әҙәм балаһына ғүмер буйына бирелгән һаулыҡ бик ҡыҫҡа ваҡытҡа — әсә ҡарынындағы мәленән алып ике йәшенә тиклем һалына, тип белдерә медицина ғалимдары.
Прививкаларға ҡырҡа ҡаршы сығып, “антиваксерҙар” исемен алған кешеләрҙең зарарлы уйҙырмалары нимәгә килтерә? Инфекцияларҙың ҡурҡынысын баһалап етмәгән ҡайһы бер ата-әсәләр уларҙың рәтен тулыландыра һалды. Вакцинацияның мөһимлеген аңламай, был көсләп тағылған сара итеп ҡабул итә башланы. Тик ниңәлер үҙҙәренә бала саҡта бар прививкаларҙы яһап, шуға күрә күп һаулыҡ проблемаларынан азат булыуҙарын онотот ебәрәләр.
Прививкаларҙан баш тартыу онотола башлаған ауырыуҙарҙың яңынан ҡалҡып сығыуына булышлыҡ итә. Һуңғы йылдарҙа ҡыҙылса сире таралып китте. Был ил, республика, шул иҫәптән беҙҙең районда ла күҙәтелә. Был үтә лә йоғошло ауырыу. Мәҫәлән, әгәр күп фатирлы йортта кемдер ҡыҙылса менән ауырый икән, ул йәшәгән подъед ҡына түгел, ә тотош йорт хәүеф аҫтында ҡала. Ҡыҙылса тиҙ тарала. Был ауырыуҙы айырыуса балалар ауыр кисерә. Һуңғы йылдарҙа ҡыҙылсанан вакцинаның етешмәүе һәм привикаларға ҡаршы сығыусыларҙың күбәйеүе был ауырыуҙың тарала барыуына булышлыҡ итте. Ата-әсә “антиваксер”ҙар рәтендә булһа, уларҙың бер прививка ла яһатылмаған балалары лагерҙарҙа, мәктәптә, балалар баҡсаһында йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына сәбәпсе булыуы бар бит. Статистик мәғлүмәттәргә иғтибар итәйек. Илебеҙҙең медицина белгестәре беҙҙе ҡыҙылса, дифтерия, бактериялы менингит, һыу сәсәге, паротит һәм быума (коклюш) ауырыуҙарының артыуы көтә, тип саң ҡаға. Һуңғы йылдарҙа быума ауырыуының “рекордлы” таралауы теркәлгән. Белгестәр фекеренсә, быға “антиваксерҙарҙың” артыуы һәм үтә әүҙемлеге ҙур йоғонто яһай. Ҡайһы бер осраҡта вакциналар етешмәү ҙә үҙ ролен уйнай.
Ҡыҙылса һәм башҡа хәүефле йоғошло ауырыуҙарҙы йоҡтормаҫ өсөн шәхси гигиенаны күҙәтергә, ҡулдарҙы һәр саҡ һабынлап йыуырға (әйткәндәй, коронавирус пандемияһы ваҡытында бар мәктәптәргә, уҡыу йорттарына, күп ойошмаларға ҡулдарға антисептик һиптерткестәр ҡуйылды, уларҙы мотлаҡ ҡулланығыҙ), һау-сәләмәт тормош алып барыу мөһим. Әгәр балағыҙ йә үҙегеҙҙең температурағыҙ күтәрелә, ниндәйҙер ауырыуҙың билдәләре барлыҡҡа килә икән, үҙ-үҙегеҙҙе дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ, кешеләр араһына сығып сирҙе таратып йөрөмәгеҙ, дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ йә йортҡа табип саҡыртығыҙ. Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығы өсөн һеҙ яуаплы булыуығыҙҙы онотмағыҙ.
Сабый донъяға килгәндән алып эшләнгән прививкаларҙың ғүмерлеккә уның сәләмәтлеген хәстәрләү икәнлеген онотмаһындар һәм аңлаһындар ине.
Гүзәл Иҫәнгилдина.