Әле ҡасан ғына Баймаҡта өр яңы балалар поликлиникаһы үҙ ишектәрен асҡан ине. Шул арала 17 меңдән ашыу баланы ҡабул итеп тә өлгөргән.
Был медицина учреждениеһы 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һалына башланы. Поликлиника «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса төҙөлдө.
- Мин районығыҙҙа килгән саҡта педиатрҙар балаларҙы ниндәй шарттарҙа дауалағандарын күреп йөрөнөм. Нисектер бар уңайлыҡтары булған кабинеттарҙа балаларҙы ҡабул итеүҙәрен теләр инем. Шуға ла тап ошо поликлиниканы һалыу кәрәк булды ла инде. , – тип Радий Хәбиров үҙ фекерен белдерҙе.
Ысынлап та, балалар поликлиникаһы бик шәп килеп сыҡты. Ул үҙ эсенә профилактика, лаборатория, нур һәм функциональ диагностика бүлектәрен, дауалау физкультураһы залы һәм массаж кабинеты менән физиотерапия бүлеген, шулай уҡ стоматология кабинетын ала.
Балалар поликлиникаһында пациенттарҙы педиатрҙар, оториноларинголог, офтальмолог, невролог, балалар хирургы, кардиолог һәм башҡа тар йүнәлешле белгестәр ҡабул итә.