Һаҡмар
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер ваҡытта ла дарыуҙар эсмәйем

баш ауыртыуынан да, ангинанан да ҡотолдом

Бер ваҡытта ла дарыуҙар эсмәйем
Бер ваҡытта ла дарыуҙар эсмәйем

“Бер ваҡытта ла дарыу ҡулланмайым, үләндәргә өҫтөнлөк бирәм. Баш ауыртыуынан сыҙай алмай китһәм, дарыухананан элеутерококк төнәтмәһен алам – был бик яҡшы ярҙам итә. Иртән бар тамсы төнәтмәне бер аш ҡалағы һыуға һалып эсегеҙ, ә кисен – ике тамсыны. Шулай итеп, 14 тамсыға тиклем еткерегеҙ. Унан ике аҙна дауамында 14-әр тамсы һалып эсегеҙ. Был организмға бик яҡшы тәьҫир итә. Хатта йәш сағынан баш ауыртыуынан яфаланған, услап дарыуҙар ашаған ҡәйнәм дә был бәләнән ҡотолдо. Бер нисә аҙнанан ул үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя башланы.

Ангинанан иһә йод менән дауаланам. Мамыҡты ҡалаҡ һабына бәйләйем дә, тамаҡ төбөнә һөртәм. Файҙаһы тейә. Һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ. Башҡа был ауырыу менән ике йыл самаһы сирләгәнем юҡ.  

Гөлфинә Саттарова.

Благовар районы. 

Автор:
Читайте нас: