Һаҡмар
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Эҫелә - сөгөлдөр кеүәҫе

Сөгөлдөр кеүәҫе һыуһынды ла ҡандыра, һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы: ҡан баҫымын көйләй, гемоглобинды күтәрә, ҡанды һәм бөтә организмды шлактарҙан таҙартыуға булышлыҡ итә...

Сөгөлдөр кеүәҫе һыуһынды ла ҡандыра, һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы: ҡан баҫымын көйләй, гемоглобинды күтәрә, ҡанды һәм бөтә организмды шлактарҙан таҙартыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ябығырға теләгәндәргә диетик эсемлек булараҡ тәҡдим итергә мөмкин. Кеүәҫте эшләүе лә еңел һәм тиҙ. 

Беҙгә 700 грамм сөгөлдөр, өс литр һыу, ике-өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер семтем тоҙ, бер-ике киҫәк кипкән ҡара икмәк, бер ус йөҙөм кәрәк буласаҡ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ йәки йоҡа итеп – пластинкалап – турайбыҙ. Өс литрлыҡ банкаға һалып, ҡайнап йылымысланған һыуҙы, шәкәр, икмәкте, йөҙөмдө өҫтәйбеҙ ҙә ауыҙын ике ҡатлы марля менән бәйләп, йылы урынға әсетергә ҡуябыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән өҫтөнә йыйылған күбекте алып ташлап торабыҙ. Ете көндән сихәтле эсемлек әҙер була. Һауыттағыһын эсеп кәметкән һайын, ҡайнап һыуыған һыу өҫтәп торабыҙ. Төҫө һәм тәме бөткәнсе шулай эшләргә мөмкин. Таҙарыныуҙы маҡсат итеп ҡуйғанда, ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Кеүәҫте шулай уҡ һалҡын ризыҡ әҙерләгәндә лә, борщ бешергәндә лә ҡулланырға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: