Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Боланут сәйе ныҡ шифалы!

Болануттан (иван-чай, кипрей) сәй яһау һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында айырыуса ныҡ танылыу алды. Ә бит заманында Рәсәй төбәктәрендә был шифалы үлән сәйен күпләп ҡулланып ҡына ҡалмағандар, уны етештереү, сит илдәргә һатыу ҙа яйға һалынған булған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Болануттан (иван-чай, кипрей) сәй яһау һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында айырыуса ныҡ танылыу алды. Ә бит заманында Рәсәй төбәктәрендә был шифалы үлән сәйен күпләп ҡулланып ҡына ҡалмағандар, уны етештереү, сит илдәргә һатыу ҙа яйға һалынған булған.

Боланутта һаулыҡ өсөн мөһим витаминдар, аминокислоталар күп. Был сәй кешене тынысландыра, арыуҙы баҫа, мейе эшмәкәрлеген яйға һала, хәтерҙе яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын төшөрә, һәр төрлө инфекцияларға ҡаршы тора.

Боланутты аяҙ, ҡоро көндә, ысыҡ кипкәс йыйырға кәңәш ителә. Үләнде йыуырға, ғөмүмән, һыуға тигеҙергә ярамай. Сәй яһау өсөн иң файҙалы өлөшө – өҫкө япраҡтары. Бәғзе берәүҙәр тәм һәм төҫ өсөн бер аҙ сәскәһенең таждарын да ҡуша. 

Әҙерләү алымдары һәм серҙәре

Күләгәле урында япраҡтарҙы бер аҙ (6-12 сәғәт самаһы) һулытып алырға, япраҡтар үтә ныҡ кипмәҫкә тейеш. Артабан япраҡтарҙың һуты сыҡҡансы ыуырға, ваҡларға һәм быяла йәки эмалләнгән һауытҡа һалып, ҡараңғы һәм йылы урынға ферментларға ҡуйырға. Өҫтөнә берәй ауыр нәмә һалырға кәңәш ителә.

Ферментлау барышының ваҡытына сәйҙең төҫө, үҙенсәлеге бәйле. 5-6 сәғәт ферментланһа – йәшел сәй, оҙағыраҡ тотһаң – ҡыҙыл, тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә, ҡара сәй килеп сыға. Артабан кемдер газ плитәһе өҫтөндә табала, икенселәр духовкала йәки мейестә (үтә ҡыҙыҡ булмаһын, яҡынса 80-100 градус эҫелек етә) киптереп ала. Аҙаҡ күгәрмәһен өсөн 3-4 көн асыҡ һауала ныҡлы киптерергә кәрәк.

Һуңғы ваҡытта интернетта тағы бер ысул тураһында яҙыусылар күп кенә. Әгәр йәйгеһен боланутты эшкәртергә ваҡытығыҙ булмаһа, таҙа итеп айырып алынған япраҡтарҙы туңдырғысҡа һалып туңдырығыҙ. Ҡышҡыһын үҙегеҙгә кәрәгенсә сығарып, духовкала йәки плитәлә киптереп алырға мөмкин. Туңып ирегән боланут – ферментланған әҙер сеймал, уны үҙегеҙгә оҡшағанса киптереп алыу ғына бурыс. Ҡайһы берәүҙәр боланутты киптергән саҡта аҙ ғына бал ҡушып, үләндәрҙе ыуып ебәрә. Ул саҡта сәйегеҙ бигерәк хуш еҫле булыр!

Иҫкәрмә: ҡулланыр алдынан мотлаҡ врач менән кәңәшләшегеҙ!

Сығанаҡ:https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2024-06-14/bolanut-s-ye-ny-shifaly-3809803

Боланут сәйе ныҡ шифалы!
Боланут сәйе ныҡ шифалы!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: