Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡасан, ниндәй миндек әҙерләргә?

Мунса миндеген әҙерләүҙең дә үҙ ваҡыты бар: Ҡайын: июнь–июль уртаһы; Кесерткән: июль; Йүкә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Мунсаны телгә алғанда беренсе булып нимә күҙ алдына килә? Әлбиттә, миндек (мунса япрағы). Унһыҙ мунсаны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Мунса миндеген әҙерләүҙең дә үҙ ваҡыты бар:

Ҡайын: июнь–июль уртаһы;

Кесерткән: июль;

Йүкә: июль-август уртаһы;

Тал: июль–август уртаһы;

Миләш: июль–август уртаһы;

Имән: август–сентябрь уртаһы.

Дөрөҫ әҙерләнгән

миндек сабыныу сараһы ғына түгел, һөҙөмтәле дауа сараһы ролендә лә сығыш яһай ала. Һис шикһеҙ, сабыныу менән массажлау – ҡан әйләнешен көсәйтеү, метаболизмды яҡшыртыу һәм тире күҙәнәктәрен асыу маҡсатында үткәрелгән иң мөһим мунса процедураларының береһе.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2024-06-13/munsa-yaratyusylar-s-n-3807613

Фото: vsesvoi43.ru

Ҡасан, ниндәй миндек әҙерләргә?
Ҡасан, ниндәй миндек әҙерләргә?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: