Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дарыу үләндәрен ҡайҙан йыйырға?

Ауыҙ эсе боҙолғанда, насар еҫ килгәндә, теш ите шешкәндә, ҡанағанда, ангина булғанда, ҡайһы бер үҫемлектең төнәтмәһе (ҡайнатмаһы, һуты) ауыҙҙы сайҡау өсөн ҡулланыла. Ашағандан һуң үлән төнәтмәһен 1-2 минут ауыҙҙа тотоп торорға кәрәк. Был процедура ла төнгә ҡаршы яһала. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ ауырыуы булғанда...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Шифалы үҫемлекте экологик яҡтан таҙа ерҙә йыйырға кәрәк. Машина күп йөрөгән юл буйҙарындағы үҫемлектәр машиналарҙан сыҡҡан ағыулы газ матдәләре менән ағыуланған була. Шулай уҡ баҫыу ситендә үҫкәненә лә теймәгеҙ, сөнки игендәге зарарлы бәшмәк-микробтарҙы ҡырыу, ҡый үләндәренә ҡаршы ағыулы препараттар (гербицидтар, фунгицидтар һ.б.) һиптерәләр. Улар яҡында үҫкән үҫемлектәргә лә эләгә.

Үләндәрҙең ҡайһылары бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Шуға күрә тик яҡшы белгәнең, танығаныңды ғына йыйырға кәрәк, юғиһә дарыу үләне урынына килешмәгәне, ағыулыһы эләгеүе ихтимал.

Дарыу үҫемлектәрен баҙарҙан һатып алыу ҙа хәүефле. Аҡсаға табынған берәй әҙәм шифалы үҫемлек урынына теләһә ҡайҙан йыйылғанын, әллә ниндәйен һатыуы мөмкин.

нисек йыйырға?

Дарыу үләндәренең күпселеген өҙөп түгел, ә ҡырҡып алырға кәңәш ителә. Ҡуйы үҫкәнен урып йәки сабып алырға була. Шифалы үҫемлекте йыйғанда йылдың миҙгеленә иғтибар итеү бик мөһим. Мәҫәлән, үҫемлектең бөрөләре кәрәк булһа, уларҙы япраҡ ярыр алдынан, бүртеп, тулышып торған сағында, япраҡ һәм сәскәләре талап ителгәндә - үҫемлектең сәскә атыуының тәүге көндәрендә йыйыу һәйбәт. Ә инде тамыры шифалы булғанда, уларҙы көҙгөһөн йәки яҙҙың тәүге айҙарында ҡаҙып алырға мөмкин.

ҡасан йыйырға?

Япраҡ һәм сәскәне — ҡоро көндә, еләк-емеште иртәнсәк йә төштән һуң (ҡояштың ҡыҙыуы бер аҙ баҫылғас) йыйыу яҡшыраҡ. Сөнки эҫе мәлдә емеш-еләк ҡойолоусан була. Боҙола башлаған, ҡарайған үҫемлек алынырға тейеш түгел.

Үләндәрҙең һәр береһе айырым һауытҡа йыйырға.

нисек һаҡларға?

Йыйылған шифалы үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн күп осраҡта уларҙы киптерәләр. Сәскәләрҙе, япраҡты, йыйғас та уҡ йәйеп һалырға кәрәк. Сөнки улар тиҙ боҙола. Тиҙ ҡойолоп бармағандарын элеп ҡуйырға ла мөмкин. Мейес һәм газ плитәһе духовкаһында ла киптерергә була. Әммә унда температура 50-60 градустан юғары булмаһын.

Шифалы тамырҙарҙы киптерер алдынан тупраҡтан таҙартылып, һалҡын һыуҙа (ағып торһа бигерәк һәйбәт) яҡшылап йыуырға. Ҡайһылары асыҡ һауала ҡояшта һулытып алына. Тиҙерәк кипһен өсөн, эре тамырҙарын буйға киҫеп ваҡларға кәрәк. Кипкән үҫемлектәрҙе ҡағыҙ һауытта йәки сепрәк тоҡта ҡоро һәм еләҫ урында һаҡлау мотлаҡ. Бутамаҫ өсөн һауыттың тышына үҫемлектең атамаһын, ҡасан йыйылғанын яҙып ҡуйығыҙ. Дөрөҫ һаҡлағанда, күпселек үҫемлектәр 1-2 йыл, ә тамырҙар 3-4 йыл буйы үҙ шифаһын юғалтмай.

нимә әҙерләргә мөмкин?

Дарыу үләндәренән төнәтмә, ҡайнатма, дарыу майы, онтаҡ дарыу, косметик шыйыҡса - лосьондар әҙерләп була.

Дарыу үләндәренең күләмен өй шарттарында түбәндәгесә билдәләргә мөмкин: кипкән һәм ваҡланған дарыу үләне - 1 балғалаҡҡа — 5 грамм, 1 десерт ҡалаҡҡа — 10 грамм, 1 аш ҡалағына 15 грамм (өйөп һалһаң 20 грамм) һыя.

Ҡайнатманы әҙерләүҙәге айырма шунда: ҡайнар йә һалҡын һыуға һалып, үҫемлек дауаһы бер нисә минут ҡайнатылып алына.

Спиртлы төнәтмәне әҙерләү тәртибе түбәндәгесә: билдәләнгән миҡдарҙағы үҫемлек дауаһы билдәле бер күләмдәге спиртҡа (йә булмаһа араҡыға) һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер көндән алып 10-12 көнгә тиклем өй шарттарында тотола (динебеҙ был ысул менән эшләнгән төнәтмәне ҡуланыуҙы тыя).

Өлгөргән төнәтмә (ҡайнатма) 3-4 ҡат марля аша һарҡытыла. Ғәҙәттә, әҙерләү барышында дарыу шыйыҡсалары бер аҙ кәмей. Шуның өсөн төнәтмәгә ҡайнар һыу (ә спиртлы төнәтмәгә спирт йә араҡы) өҫтәп, дарыу шыйыҡсаһын элекке күләмгә еткерегеҙ.

Һыуҙа әҙерләнгән үҫемлек дарыуҙары тиҙ боҙолоп барыусан. Уларҙы һалҡыныраҡ урында 1-2 көндән артыҡ һаҡларға кәңәш ителмәй. Спиртлы төнәтмәне ябыҡ килеш һыуығыраҡ ерҙә бер нисә ай тоторға була.

Кипкән бер нисә шифалы үҫемлекте бергә ҡушып сәй ҡатнашмаһы ла әҙерләргә мөмкин. Уларҙың организмға файҙаһы күп.

һутын нисек әҙерләргә?

Уны, ғәҙәттә, үҫемлектең үләненән, япрағынан әҙерләйҙәр. Яңы өҙөп алынған үлән, япраҡ һалҡын һыуҙа йыуыла, һуңынан һут һыҡҡыс (соковыжималка) йәки ит турағыс аша үткәрелә. Барлыҡҡа килгән үҫемлек иҙмәһен 3-4 ҡат марля аша һөҙөргә кәрәк. Үҫемлек һуты тиҙ боҙолоусан. Уны һалҡын урында 1-2 көндән артыҡ һаҡларға ярамай.

Онтаҡ дарыуҙы әҙерләү - киптерелгән үҫемлек дауаһы (үләне, сәскәһе һ.б.) бик ентекләп ваҡлана һәм иләк аша үткәрелә.

Дарыу майын әҙерләү. Үҫемлек онтағы билдәләнгән күләмдәге туң майға йәки аҡ майға, вазелинға һалып бутала. Күпселек осраҡта бер балғалаҡ үҫемлек онтағы 1-2 аш ҡалағы майға ҡушыла.

Дарыу майы менән һибелмәне лә һалҡыныраҡ урында, өҫтө ябыҡ килеш һаҡларға кәрәк.

нисек ҡулланырға?

Дауаланғанда сирле кешенең йәше, дөйөм һаулығы, ауырыуҙың төрө, барышы, уның осоро (яңы башланғанмы, аҙып киткәнме һ.б.), ҡулланған дауа килешәме, юҡмы — барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Әлбиттә, бөтә был нескәлектәрҙе дауалаусы врач ҡына билдәләй ала. Ул шифалы дауаны ҡулланыу күләмен, нисә көн ҡабул итеү кәрәклеген билдәләй. Шуға күрә ниндәй генә шифалы үҫемлекте алһағыҙ ҙа, иң тәүҙә медицина белгестәре менән кәңәшләшегеҙ.

нисек ванна ҡабул итергә?

Ванна яһау өсөн, ғәҙәттә, үҫемлек төнәтмәһе йәки ҡайнатмаһы ҡулланыла. Дауаланыуҙың маҡсатына, үҫемлектең төрөнә ҡарап, 8-10 литр ҡайнаған һыуға 1-3 стакан үҫемлек дауаһы һалына. Үҫемлек ваннаһын төнгә ҡаршы йоҡо алдынан эшләү һәйбәт. Ванна алыу ваҡыты 8-10 минут. Ванна - көслө дауа. Шуға күрә уның менән дауаланыу ҙа мотлаҡ рәүештә врачтың күрһәтмәһе буйынса үтергә тейеш.

Экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙары булғанда, тире ҡыҙарып шешеп, еүешләнеп торһа, сылатҡыс (примочка) процедураһы үткәрергә була. Ул түбәндәгесә яһала - һалҡын төнәтмәлә йә ҡайнатмала 3-4 ҡат марля, бинт киҫәге йә таҙа сепрәк еңелсә сылатылып, тәндең сирле урынына 4-5 минутҡа һалына. 1-2 минут үткәс, был сара яңынан ҡабатлана. Ошо рәүештә дауаланыу 40—45 минут дауам ителә. Сылатҡыс күпселек осраҡта 1-2 көн генә яһала.

Ҡайһы бер тире ауырыуы сабыртмаһына үҫемлек төнәтмәһе, ҡайнатмаһы йә һуты һөртөлә.

Үҫемлек дауалары компресс яһау өсөн дә ҡулланыла, мәҫәлән, аяҡ-ҡул һыҙлағанда компресс түбәндәгесә яһала. Бер нисә ҡат марля киҫәге (йә таҙа сепрәк) йылы үҫемлек дауаһында (төнәтмә, ҡайнатма) сылатыла һәм ауыртҡан, һыҙлаған ергә һалына. Һуңынан йылы тоторлоҡ ҡалынлыҡта бәйләп ҡуйыла. Үҫемлектең япрағын, үләнен ҡулланып та компресс яһарға мөмкин. Ул төнгә ҡаршы эшләнелә. Дауаланыу курсы - 10-12 көн.

Ауыҙ эсе боҙолғанда, насар еҫ килгәндә, теш ите шешкәндә, ҡанағанда, ангина булғанда, ҡайһы бер үҫемлектең төнәтмәһе (ҡайнатмаһы, һуты) ауыҙҙы сайҡау өсөн ҡулланыла. Ашағандан һуң үлән төнәтмәһен 1-2 минут ауыҙҙа тотоп торорға кәрәк. Был процедура ла төнгә ҡаршы яһала.

Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ ауырыуы булғанда (аналыҡ муйынтығы эрозияһы, еңсә тиресәһе шешеүе һ.б.) шифалы үҫемлек төнәтмәһе (ҡайнатмаһы, һуты) ярҙамында спринцлау процедураһы үткәрелә. Дауа махсус һиптергес ярҙамында ҡатын-ҡыҙ еңсәһенә һиптереп индерелә. Уның тәртибен, нисә тапҡыр үткәреү кәрәклеген һәр бер осраҡта белгес-гинеколог билдәләргә тейеш.

Айырым бер үҫемлек дауалары косметик битлек яһау өсөн ҡулланыла. Уның өсөн үҫемлек дауаһы иҙмәһе үҙе генә (йә берәй нәмә ҡатнашлығында) биткә йә муйынға 10-30 минутҡа һалына, аҙаҡ йылы һыу менән йыуып төшөрөлә.

Иҫкәрмә!

Үҫемлек дарыуҙарының дарыу күләмен (айырыуса балаларға) мотлаҡ рәүештә дауалаусы врач билдәләргә бурыслы.

Дауаланған осорҙа туҡланыуҙа диета һаҡланырға тейеш, араҡы, шарап һәм башҡа иҫерткес эсемлектәрҙе ҡабул итеү тыйыла. Үҫемлек дауаһынан тыш, врач ҡушмай тороп, башҡа төрлө дарыу препараттарын ҡулланыу тыйыла.

Эселә торған үҫемлек дарыуынан файҙа булһын тиһәгеҙ, дауалау курсын кәм тигәндә 25-30 көн дауам итергә кәрәк. Ҡайһы ваҡыт 10-15 көндән һуң был процедураны ҡабатларға тура килә. Үҫемлек дарыуын ҡабул итеү ваҡыты уҙғас та 2-3 аҙна буйы туҡланыуҙа диетик режим һаҡланырға тейеш.

Оҙаҡ ваҡыт гел бер генә шифалы үҫемлекте файҙаланырға ярамай, сөнки кеше организмы уға күнегә һәм шифаһы кәмей. Иң хәйерлеһе — бер-ике дауаланыу курсын бер төрлө үҫемлектән файҙаланырға, артабан икенсеһенә күсергә кәрәк.

Фото: ИИ Кандинский программаһы ярҙамында эшләнелде: kandinsky-download-1717155003091

Дарыу үләндәрен ҡайҙан йыйырға?
Дарыу үләндәрен ҡайҙан йыйырға?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: