Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк-ҡан тамырҙары өсөн

Табиптар раҫлауынса, бөгөн күп кешеләр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлә. Шулай булғас ни өсөн бер кем дә ҡан тамырҙарын таҙартыуҙың һәм йөрәкте күнектереүҙең ябай ысулдарын ҡулланмай икән?  Халыҡ табиптары ҡан-йөрәк тамырҙарын таҙартыу өсөн төрлө ысул тәҡдим итә һәм уларҙың барыһы ла әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә бик ябай. Бына уларҙың бер нисәүһе...

Йөрәк-ҡан тамырҙары өсөн
Йөрәк-ҡан тамырҙары өсөн

Табиптар раҫлауынса, бөгөн күп кешеләр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлә. Шулай булғас ни өсөн бер кем дә ҡан тамырҙарын таҙартыуҙың һәм йөрәкте күнектереүҙең ябай ысулдарын ҡулланмай икән? Организмды дауалауға ҡарағанда, ауырыуҙы иҫкәртеү күпкә еңелерәк бит. Халыҡ табиптары ҡан-йөрәк тамырҙарын таҙартыу өсөн төрлө ысул тәҡдим итә һәм уларҙың барыһы ла әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә бик ябай.

Бына уларҙың бер нисәүһе:

Ҡан тамырҙарының һығылмалылығы өсөн 1-шәр сәй ҡалағы лимон һуты, бал һәм көнбағыш майы ҡушып, ас килеш эсегеҙ. Дауаланыу курсы 10 көн. Йәки 1 сәй ҡалағы бал, ярты лимондың һутын ярты стакан йылы ҡайнар һыуҙа бутағыҙ. 10 көн дауамында йоҡлар алдынан эсегеҙ.

Ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн ит турағыс аша 2 урта лимон үткәрегеҙ, уға 2 аш ҡалағы бал өҫтәгеҙ. Быяла банкаға һалығыҙ һәм бүлмә температураһында бер тәүлек тотоғоҙ. Көнөнә 2-3 сәй ҡалағы сәйгә ҡушып ашағыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: