Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Химиянан бер нисә тапҡырға яҡшыраҡ тергеҙеүсе үлән ул - дегәнәк.

Хәҙер кешеләр бөтәһе лә тиерлек ауырый. Рак кешеләрҙе ҡырып ҡына бара. Күп халыҡ табиптары әйтеүенсә, дегәнәк бөтә онкологик ауырыуҙарҙы дауалай. Дегәнәк тамыры бауыр шешен һәм хатта бауыр циррозын дауалай. Холецистит, бөйөр ауырыуҙарын дауалай, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығындағы таштарҙы вата. Ул бөтә тире ауырыуҙарын дауалай. Ашар алдынан шифалы төнәтмәне эскәндә, уны ҡан шунда уҡ һеңдереп ала һәм бөтә организмға тарата. Был файҙалы төнәтмәне әҙерләүе ауыр түгел...

Химиянан бер нисә тапҡырға яҡшыраҡ тергеҙеүсе үлән ул - дегәнәк.
Химиянан бер нисә тапҡырға яҡшыраҡ тергеҙеүсе үлән ул - дегәнәк.

Хәҙер кешеләр бөтәһе лә тиерлек ауырый. Рак кешеләрҙе ҡырып ҡына бара. Күп халыҡ табиптары әйтеүенсә, дегәнәк бөтә онкологик ауырыуҙарҙы дауалай. Шәкәр диабеты, бронхит, гайморит, ревматизм, подагра, артрит, остеохондроз, һөйәктәр һ?ыҙлауы, атеросклероз, ҡолаҡ ауырыуҙары, хроник коронар етешмәүсәнлекте дауалай. Дегәнәк гепатитты дауалай! Хәҙер күптәр, бигерәк тә ир-егеттәр, гепатит менән ауырый. Хатта тотороҡло гепатит С дегәнәк менән дауалана. Ике-өс ай дауаланғандан һуң гепатит юҡҡа сыҡты, ти ышанып дауаланыусылар. Дегәнәк тамыры бауыр шешен һәм хатта бауыр циррозын дауалай! Холецистит, бөйөр ауырыуҙарын дауалай, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таштарҙы вата.

Ул бөтә тире ауырыуҙарын дауалай: тән яныуы, пролежни, экзема, трофик язвалар, сәс төшөүе, эренле яралар, псориаз, красная волчанка сире һәм башҡалар. Тире ауырыуҙарын бик күп ҡиммәтле дарыуҙар, кремдар дауалай алмай,ә дегәнәк тамыры дауалай.

Грипп эпидемияһы ваҡытында кешеләр табиптарға йүгерә, улар антибиотиктар тәғәйенләй. Ә дегәнәк тамыры гриппты дауалай, температураны төшөрә. "Һуғышта беҙҙең аяҡ кейемебеҙ юҡ ине. Сатнама һыуыҡта беҙ барыбыҙ ҙа ялан аяҡ йөрөнөк. Туңып, температура күтәрелә. Әсәйем беҙгә дегәнәк тамыры һәм йүкә сәскәһе төнәтеп бирә. Шыбыр тиргә батабыҙ һәм температурабыҙ юҡҡа сығыр ине. Беҙ был тамырҙарҙан икмәк бешерҙек",-тип хәтерләй һуғыш осоро балалары.

Быуындарға үтеп инеп, һеңерсәләрҙе химиянан бер нисә тапҡырға яҡшыраҡ тергеҙеүсе үлән ул дегәнәк.

Иң ҡиммәтле дегәнәк тамырҙарын иртә яҙ ҡаҙырға, әммә уларҙы көҙөн дә ҡаҙырға мөмкин. Бер йыллыҡ дегәнәкте ҡаҙырға кәрәк, уның бик көслө була.

Дегәнәк тамырҙарын ҡаҙып, йыуып, киптерергә. Уның тамыры ҡалын, шуға күрә уны ҡырҡырға кәрәк. Бер аш ҡалағы ҡоро ваҡланған тамырҙарға ике стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Ун минут ҡайнатырға. Ике сәғәт төнәтергә. Ашар алдынан 10-15 минут алда көнөнә өс тапҡыр ярты стакан эсергә. Ашар алдынан шифалы төнәтмәне эскәндә, уны ҡан шунда уҡ һеңдереп ала һәм бөтә организмға тарата. 

Шикләнеүҙәрегеҙ булмаһын өсөн, үләндәрҙе эсер алдынан участка табибығыҙҙан кәңәш тә һорағыҙ.

Һау-сәләмәт булайыҡ! Башҡа нәмәгә ҡырау һуғып бөтһә лә, дегәнәк гөрләп үҫә. Шифаһын беләйек-күрәйек!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: