Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Билсән тромбофлебиттан ярҙам итә

Баҡсала үҫкән билсәнде әрләп бөтә алмайбыҙ. Ә уның ауыртҡан аяҡтарға ныҡ шифалы булыуын беләһегеҙме?

Дауаланыу өсөн үлән тамыры менән бергә ҡулланыла. Дарыу әҙерләү өсөн суйын һауыттың яртыһын билсән менән тултырып, өҫтөнә һыу ҡоябыҙ, унан 40 - 50 минут  ҡайнатабыҙ. Унан 4 сәғәт урар ултыртып торабыҙ..

Унан марляны төнәтмәгә манып алабыҙ (һыуын һығырға кәрәкмәй), аяҡтарға урайбыҙ.  Өҫтөнән тағы йылы туҡыма менән урайбыҙ.

Уны  20 минуттан алып 2 сәғәткә тиклем тотабыҙ. Төнгөлөккә ҡалдырмайбыҙ. 

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: