-1 °С
Болотло
Күп кешене ыҙалатҡан остеохондроздан ҡотҡара. Был сир йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан һуң икенсе урында тора. Унан тулыһынса ҡотолоп булмай, әммә уның үҫешен тотҡарларға мөмкин. Һәм тап ошо аҡтамыр үләне ярҙам итә. Ул организмдан тоҙҙарҙы бик яҡшы ҡыуып сығара. Артрит, радикулит, ревматизм һәм подагра ваҡытында аҡтамыр төнәтмәһе яҡшы ярҙам итә. Аҡтамыр ашҡаҙан-эсәк юлын яҡшы һауыҡтыра., үт ҡыуығын һәм бөйөрҙәрен таштарҙан һәм ҡомдан таҙарта. Ул яҡшы ҡан таҙартыу сараһы ла, экзема, псориаз, сиҡандан ҡотҡара.
Аҡтамырҙың тамырын ҡаҙып алып, яҡшылап йыуып, төнәтеп, сәй урынына эсәләр. Тәме оҡшамаһа, ҡарағат япрағын ҡушырға була.