Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ракты еңгән ағай

Рактан дауа бармы? Күптәрҙең башында шунда уҡ – “Юҡ,”- тигән яуап барлыҡҡа килгәненә шигем юҡ! Сөнки йәмғиәттә был фекер ныҡлы урын алған. Мин ошо урында лозунг һымаҡ яҙып: “Рак кешене үлтермәй, беҙҙең белемһеҙлек һәм битарафлыҡ беҙҙе үлтерә,”- тип ҡаршы төшөр инем. Был һорауға яуап бирер өсөн, диагноз ҡуйылған осраҡта, шикле сигнал булғанда, тиҙ генә башта ул тәнемдә ҡайҙан килеп сыҡты тигән һорауға башта тыныслап ултырып, баштағы ығы – зығыны, паниканы туҡтатып уйланырға кәрәк. Сөнки килеп сыҡҡан һәр бер ситуацияның сәбәбе була. Иң беренсе баштағы насар уйҙарҙы алып ташлайбыҙ, көн һайын изге теләк менән көн башлайбыҙ, тыныс күңел менән көндәлек эшләй алырлыҡ эштәрҙе лә эшләп донья көтәбеҙ. Аллаһы Тәғәләнән ғүмерҙе ҡыйырға торған сирҙән сәләмәтләнеү әмәлдәрен ғөзөрләнеп һорайбыҙ. Кем нимә һорай шуны бирә Аллаһы Тәғәлә. Ошо мәлдән башлап рак клеткаларын баҫтыра, уларға үрсергә бирмәй торған, организмдың көрәш потенциалын арттыра торған, иммунитетты күтәрә торған ашау – эсеүгә күстек. Ваҡытты кәрәкмәгән мәшәҡәттәргә сарыф итмәйбеҙ, йыбанмайбыҙ, бер кемгә лә һалышмайбыҙ. Иң беренсе кешенең үҙенең теләге булырға тейеш. Ҡалғандар ярҙамсы ғына. Тулыһынса тип әйтерлек бешмәгән ризыҡ ашауға күсте тип әйтерлек. Йәй башланған ғына саҡ ине...

Ракты еңгән ағай
Ракты еңгән ағай

Зәүхиә Низамиеваның (Кадырбакова) яҙмаларына мин интернетта осраҡлы барып сыҡтым. Һәм шул мәлемә әле лә рәхмәттәр уҡыйым. Аҡыллы, тәжрибәле, һәр нәмәне аңлайышлы итеп аңлатҡан ханымдан бик күпкә өйрәнергә, төрлө ауырыуҙарҙан һауығыу юлын табырға була. Бөгөн мин һеҙгә уның нисек бер иргә рак ауырыуынан ҡотолорға ярҙам иткән яҙмаһын килтерәм. Беҙҙең уҡыусыларға ла файҙалы булыр, ҡулланырҙар, тип ышанам.

Ракты еңеп буламы? Был һорау бөгөнгө көндә шул хәтлем актуаль булып сыҡты, мин уға әле күп тапҡырҙар әйләнеп ҡайтасаҡмын һәм барыбыҙға ла ошо һорауҙы тағын бирәсәкмен. Беҙ был һорауға УҢАЙ яуапты табырға тейешбеҙ. Табырға мотлаҡ тейешбеҙ!!!!! Мең төрлө сығанаҡтар аҡтарырға, бөгөнгө көндә онотолоп барған бөйөк Гиппократ, Авиценна хеҙмәттәренән башлап хәҙерге замандың күренекле табибтарының видеосығыштарын тыңларға, китаптарын уҡырға тейешбеҙ. Әлбиттә, был сирҙән сығыу юлдарын тапҡан һәм уны халыҡҡа тәҡтим иткән авторҙарҙың хеҙмәттәрен.

Был сирҙән дауаланып буламы? Рактан дауа бармы? Күптәрҙең башында шунда уҡ – “Юҡ,”- тигән яуап барлыҡҡа килгәненә шигем юҡ! Сөнки йәмғиәттә был фекер ныҡлы урын алған. Мин ошо урында лозунг һымаҡ яҙып: “Рак кешене үлтермәй, беҙҙең белемһеҙлек һәм битарафлыҡ беҙҙе үлтерә,”- тип ҡаршы төшөр инем. Был һорауға яуап бирер өсөн, диагноз ҡуйылған осраҡта, шикле сигнал булғанда, тиҙ генә башта ул тәнемдә ҡайҙан килеп сыҡты тигән һорауға башта тыныслап ултырып, баштағы ығы – зығыны, паниканы туҡтатып уйланырға кәрәк. Сөнки килеп сыҡҡан һәр бер ситуацияның сәбәбе була.

Минем түбәндә яҙып кителәсәк тарихтың геройы ла был сир килгәс ғүмер сәғәте оҙаҡ һуҡмаҫ тип уйлай ине. “Берҙән-бер улымды өйләндереп тә өлгөрмәнем, шуныһы йәл, ейәндәремде күрә алмайым. Был сирҙән дауа юҡ инде,”- тип ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән хәлдә осраштыҡ беҙ Т. менән.

Аптырап, хәсрәттән ҡара янып, ҡатыны менән килделәр. “Тура эсәктә 10 см. оҙонлоғонда 4-се стадия рак диагнозы ҡуйҙылар. Метастаздар эсәктәргә киткән. Химия ла, нурланыш та тәғәйенләнеләр. Операцияға әҙерләйҙәр. Ныҡ шикләнәм, был хәлдән йырып сығып булыр микән? Ҡайҙан килеп сыҡты? Пенсияны ла алып рәхәтләнеп йәшәп булманы. Улымды ла өйләндереп өлгөрмәнем. Ейәндәрҙе лә күрмәйенсә китәм.”

Артабанғы һөйләшеүҙе диалог формаһында яҙам.

-Артабан йәшәгегеҙ киләме?

-Килә. Тик был сир менән тере ҡалыу шик тыуҙыра.

-Көрәшә башламаҫ элек еңелдегеҙҙәме?

- Таныштар араһында китеүселәр бар. Еңеп сыға алманылар. Мин дәсереп бөтөп барам икән.

- Ә һин бүтән юлдан барып ҡара. Сереүҙе туҡтатырға кәрәк. Еңеү алып килмәгән юлдан сыҡ.

-Ниндәй юлдан барырға һуң?

- Тәнеңә ингән сирҙән ҡотолоп була торған юлдан.

- Ә ундай юл бармы икән һуң? Мин бит инде списанный кеше кеүекмен.

- Әйҙәгеҙ башта сир ҡалтыранып төшөрлөк маҡсат ҡуяйыҡ. Әле генә ейәндәрҙе лә күрә алмайынса китеп барам тинең. Хәҙер шуны уңай маҡсатҡа әйләндерәйек. Бөтөн күңелеңде айҡап сығырлыҡ итеп, ете ҡат күктәрҙе уҙып Аллаһы Тәғәләгә етерлек итеп уйла. Мин ейәндәремде күргем килә, Аллаһы Тәғәләм насип ит шул көндәрҙе күрергә тип күҙҙәреңдән йәштәрең сыҡҡансы ялынып һора. Изге маҡсат бөтөн ҡаршылыҡтарҙы еңеп уҙа. (Ошо мәлдә икебеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Ниндәйҙер бер эске көрәш башланды Т. күңелендә. Хатта тоноп ҡалған күҙҙәрендә ут сатҡылары сағылды, күҙ йәштәре ялтырап китте. Бөкөрәйгән арҡа төҙәйеп китте. Яурынбаштарын киреп, ултырған урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы. Үҙеңдең дауамыңды күрергә, уны ҡулдарынан тотоп тормош буйлап атларға тигән теләк әйтеп бөтөргөһөҙ көс бирҙе. Йөҙөндәге сырыштары яҙылып, хәсрәттән ҡарайып киткән йөҙө яҡтырып китте. Илен, ерен, ғәиләһен һаҡларға кирелеп баҫҡан һалдат кеүек күренде ул миңә ошо мәлдә. Иң мөһим беренсе аҙым яһалды).

- Һораным. Йөрәгем дөп – дөп типте. Эсем ҡыҙып китте. Нишләп мин шулай ныҡ паникаға бирелдем? Һеҙ әйтәһегеҙ бит был сирҙе еңеп сығыусылар бар тип. Кешеләр булдырғанды мин дә булдырырмын. Мин дә кеше бит.

Ошо мәлдән сир менән аяуһыҙ көрәш башланды.
Нимәләр эшләнек һуң?

1. Иң беренсе баштағы насар уйҙарҙы алып ташлайбыҙ, көн һайын изге теләк менән көн башлайбыҙ, тыныс күңел менән көндәлек эшләй алырлыҡ эштәрҙе лә эшләп донья көтәбеҙ. Аллаһы Тәғәләнән ғүмерҙе ҡыйырға торған сирҙән сәләмәтләнеү әмәлдәрен ғөзөрләнеп һорайбыҙ. Кем нимә һорай шуны бирә Аллаһы Тәғәлә.

2.Ошо мәлдән башлап рак клеткаларын баҫтыра, уларға үрсергә бирмәй торған, организмдың көрәш потенциалын арттыра торған, иммунитетты күтәрә торған ашау – эсеүгә күстек. Ваҡытты кәрәкмәгән мәшәҡәттәргә сарыф итмәйбеҙ, йыбанмайбыҙ, бер кемгә лә һалышмайбыҙ. Иң беренсе кешенең үҙенең теләге булырға тейеш. Ҡалғандар ярҙамсы ғына. Тулыһынса тип әйтерлек бешмәгән ризыҡ ашауға күсте тип әйтерлек. Йәй башланған ғына саҡ ине. Көн үҙәгендә үҙҙәре һыҡҡан сөгөлдөр, кишер һуттары, бер эскәндә 5-6 лимон, апельсин, гранат, балан һуттарын эсте. Иртәгеһенә үк дегәнәк япрағы йыйып алып ҡайтып һутын яһанылар, уны ике ай буйына тип әйтерлек яңынан – яңы яһап эсте. Дегәнәк япрағы һуты метастаздарҙы һөрөп сығара. Көн үҙәгендә укроп, йәшел һуған, петрушка, сельдерей һәм башҡа үҙебеҙҙә үҫкән зелендарҙан салат яһап ашаны. Уларға күп итеп һарымһаҡ, әсе ҡыҙыл борос ҡуштылар, етен майын, зәйтүн майын ҡалаҡлап та эсте. Ҡыяр, помидор өлгөрә башлағас, уларҙы ҡуштылар. Кәзә һөтөнән ҡымыҙ яһаусы таптылар, уны һатып алып эстеләр. Йәй көнө үҙебеҙҙең яҡта ниндәй еләк – емеш өлгөрә барҙы, барыһын да ашарға тырышты. Бешкән ризыҡтан ҡара бойҙай бутҡаһын, сөгөлдөр һәм кәбеҫтә ашын ашаны, бик ныҡ ашағыһы килгәндә ат итенән кәтлит бешерҙеләр.Ҡомалаҡ табып, ҡатыны үҙе икмәк бешерҙе. Ҡатыны бар яҡлап ныҡлы ярҙам күрһәтте.

3. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Әҙәм балаһы ер йөҙөнөң ҡайһы ғына өлөшөндә йәшәмәһен уға сихәт бирә торған үҫемлекте шунда үҫтерә. Үҫемлектәр аша ғәләм, ер көсөн бирә ул беҙгә. Ә ул иң ҙур көс ер йөҙөндә!!! Ниндәй ракка ҡаршы үләндәр бар, шуларҙы йыйып Антираковый сбор яһанылар. Уны “Сборы от рака отца Георгия” тип интернеттан уҡыныҡ.16 үлән инә. Шуның барыһын да табып, яһанылар, сирҙән ҡотолғансы эсте.

4. Рак сиренең килеп сығыуына күп осраҡта эсәктәрҙә үрсеп ятҡан паразиттар, грибоктар сәбәпле икәнен ғәлимдәр күптән иҫбат иткәндәр. Улар эсәктәргә йәбешеп, шунда оя ҡороп, йәки плесень килтереп сығарып, шул ер серей башлай, шеш үҫә башлай... Һәм башҡа хайран ғәләмәттәр. Тимәк, уларҙы ҡыйратыу артабан шеште үҫтереүҙән туҡтата, шулай уҡ рак клеткаларын ҡыйрата торған эсемлектәр һәм ризыҡтар уларҙы киптерә һәм үлтерә. Беҙ был осраҡта ла онотманыҡ төп сәбәпте. Шуға беренсе көндө үк антипаразитарная программа индерелде. Иртәнсәктән беренсе стакан йылы һыу эскәндән һуң мотлаҡ ас ҡарынлай йә кипкән әремде бер сәй ҡалағы, йә онталған һарымһаҡ бер эскәндә 10 төшкә хәтле, йә онталған ҡәнәфер бер сәй ҡалағы эсте. Кис йоҡлар алдынан ярты сәғәт ҡала әрем төнәтмәһе эсте. Көн үҙәгендә лә 5-6 сәғәт интервал менән эселде. Үҙҙәре уҡып сәй содаһын таңға табан тороп эсеүҙе индерҙеләр. Бер ай сәй содаһы эсһә, икенсе айында Тодикамп (Нимә ул Тодикамп интернетта мәғлүмәт бар.) яҙҙырып алдылар, шуны эсте. “Шеш янып тора башланы,”- тине Т. Нисек янмаһын, яна инде, уға ҡаршы һөжүм башланды бит. Тән үҙе уны отторгать итә башланы, ашау дөрөҫләнгәс тәндең ғәйрәте артты, иммунитет ныҡ көсәйҙе. Организмды ҡыйратып, уның хәлен алып тороусо паразиттар, грибоктар, зыянлы бактериялар үрсей алмағас, ҡыйралдылар, тәндең хәлен ала алмай башланылар. Шештең эсендәге рак клеткаларына ла көн бөттө, улар яратҡан ризыҡ ашау юҡ. Т.-ның да тәм – томдо күп ашауы, магазин сүпрәһендә бешкән ҡамырҙан бәлештәр һәм пирожкиҙарҙы, колбаса менән бутерброд көн дә тейерлек эшкә алып барыуы, салат – малат ишен ризыҡҡа ла һанамауы билгеле булды. “В сухомятку” ашауҙың зыяны билгеле булды. Икешәр - өсәр көн эс ҡатып йөрөүҙәр йыш булған. Ә эс ҡатыу – беренсе сәбәп булып тора. “Паразиттар как на дрожжах росли на дрожжах,”- тейергә була. Үҙебеҙ үҫтерәбеҙ ул сирҙе интегеп эшләп тапҡан аҡсабыҙға!!! “Салаттар буйынса ашалмаған, һуттар һәм үләндәр буйынса эсмәгән планымды тултырҙым,”- тине ул һуңдан шаяртып.

5. Ике аҙна эсендә уның хәле ныҡ әйбәтләнеп, тәненә көс инеп, йәшәү дәрте барлыҡҡа килде. Бына шунан инде беҙ ашамай – эсмәй ас тороу көндәре индерә башланыҡ. Сухое голодание тип атала. 3 көндән башлаған инек, ул мин 5 көн дә тора алам тип 5 көн торҙо. (Башта Сухое голодание тигән мәғлүмәтте интернеттан табып тулыһынса уҡыны, тәртибен өйрәнде, аңланы. Шунан тота башланы. Ишеттем дә башланым түгел). Ни өсөн бындай ас тороуҙо һайланыҡ? Сөнки организм былай ас торғанда эстәге бөтөн патологиянан ҡотолорға тырыша, шештәр кибә, раковый клеткалар үлә. Үлһендәр, улар кәрәк түгел. Беҙҙең организм ер йөҙөндә иң идеальный итеп яһалған аппарат. Аппарат менән сағыштырыу өсөн ғәфү үтенәм. Һәм ул бүтән йәнһеҙ аппараттар менән сағыштырғанда һәм уларға ҡарағанда, һәр ваҡыт самовосстановлениегә ынтыла.Хәҙерге көндә аҡыл менән тән араһында бәйләнеш бөтөп бара тиҙәр ғалимдәр. Йәғни беҙ Аллаһы Тәғәләнең беҙгә бүләк иткән шундай аҡыллы аппаратын дөрөҫ инструкция менән ҡулланмайбыҙ. Уны ватабыҙ, емерәбеҙ, бысратабыҙ. Дөрөҫ туҡландырмайбыҙ. И в итоге...

6. Т.-ға әйләнеп ҡайтһаҡ, ул 5 тапҡыр 5 - әр көндән ас тороуҙо үтте. 5 көн ас торғас тулыһынса тәнде тергеҙеп кенә икенсеһенә инәбеҙ. Арлы – бирле, хәлһеҙ көйөнә, ашығып эшләү дөрөҫ түгел. Ас торғандан һуң, шул уҡ антираковая программаны үтәйбеҙ. Тулыһынса хәл ингәс тағын киләһе 5 көнгә инәбеҙ. Кемдер өсәр тәүлек һайлай, кемдер икешәр. Һәр кем үҙенең хәленән сығып хәл итә.

7. Тейешле көнөндә табиптарға күренеп торҙо. Анализдар биреп, УЗИлар, КТлар үтте. Өс айҙан уның тәнендә бер метастаз да ҡалмағаны билгеле булды. Анализдары ныҡ һәйбәтләнде. Алты айҙан 10 см ҙурлығындағы шештең бәләкәй полип хәтлем ҡалыуын күрһәтте тикшеренеү. Уныһы ла ҡамасаулап тормаһын тип, Т. ябай операция менән алдыртты. Әлбиттә, был нәтижәгә ирешеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, оло теләк, ең һыҙғанып тырышыу кәрәк булды. Т. алдына ҡуйған маҡсаты барыһын да еңеп сығырға ярҙам итте.
Был хәлгә 5 йыл үтте. Был ваҡыт һынауын үткән тарих. Яҙһам да була. Т.ҡатыны менән гөрләтеп тормош көтөп йәшәйҙәр. Ваҡыт – ваҡыт хәбәрләшеп торабыҙ. “Зәүхиә, сир менән бергә Аллаһы Тәғәлә аҡылға ултыртып, аҡылды ла мулдан бирҙе. Ашау сирҙең дә, сәләмәтлектең дә башы икәнен аңлатты,”- тей Т. Улдарын өйләндерҙеләр. Алла бойорһа ейәнсәрҙәрен дә күрерҙәр.

И. А. Крыловтың “Аҡҡош, суртан һәм ҡыҫала” тигән басняһындағы кеүек, эстәге рак сирен килтереп сығарған сәбәптәрҙе бөтөрмәйенсә йәки аңламайынса төрлө яҡҡа тартылырбыҙ, әммә ләкин “а воз и ныне там” булып, сир һәм уны килтереп сығарған сәбәп ҡалыр. Ул сәбәптәр ап – аҡ йәймәләрҙә ятҡанда ла, паникаға бирелеп, үҙебеҙҙе йәлләп карауатта сирҙе ҡосаҡлап ятҡанда ла беҙҙе бары тик ғазаптарға һалып, көсөбөҙҙе алып, яҡты доньяларҙан китеү көндәрен яҡынайтыр. Ә бына әҙ генә башты эшләтеп, уйҙы бороп ебәрһәк, бик күп сәләмәтләнеү юлдары асылыр.

Иң изге теләктәр менән - Зәүхиә Низамиева (Кадырбакова).

 

Автор:
Читайте нас: