Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Ошо мәлдә ҡарағай тубырсыҡтарын йыйырға өлгөрөп ҡалығыҙ! Унан эшләгән сироп күп ауырыуҙарға дауа, мәҫәлән, бронхит, пневмония, һыуыҡ тейеү, шул уҡ ваҡытта ул туберкулезды дауалай һәм организмдан никотинды сығарыуға ла булышлыҡ итә. Бының өсөн һеҙгә бары тик тубырсыҡтар һәм шәкәр генә кәрәк. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

Ошо мәлдә ҡарағай тубырсыҡтарын йыйырға өлгөрөп ҡалығыҙ! Унан эшләгән сироп күп ауырыуҙарға дауа, мәҫәлән, бронхит, пневмония, һыуыҡ тейеү, шул уҡ ваҡытта ул туберкулезды дауалай һәм организмдан никотинды сығарыуға ла булышлыҡ итә. Бының өсөн һеҙгә бары тик тубырсыҡтар һәм шәкәр генә кәрәк.

Ошо мәлдә ҡарағай тубырсыҡтарын йыйырға өлгөрөп ҡалығыҙ! Унан эшләгән сироп күп ауырыуҙарға дауа, мәҫәлән, бронхит, пневмония, һыуыҡ тейеү, шул уҡ ваҡытта ул туберкулезды дауалай һәм организмдан никотинды сығарыуға ла булышлыҡ итә.

Тубырсыҡтарҙы һеркәләре ҡойолған ваҡытта, юлдан алыҫыраҡ ерҙән йыйып алырға кәрәк. Уларҙы өҙөп алабыҙ, ләкин йыуырға ярамай. Эмалле кәстрүлгә шәкәр менән аралаштырып теҙеп сығырға. Һуңғы ҡатына шәкәрҙе күберәк итеп һалырға, тубырсыҡтар күренмәһен. Шунан һуң һауытты ҡараңғы урынға ултыртырға. Яҡынса берәй аҙнанан ҡарағай тубырсыҡтары һут бүлеп сығара башлай. Тап шул ваҡытта уны утҡа ултыртып, теүәл 45 минут ҡайнатырға. Болғарға ярамай. Бары тик ҡалаҡ менән өҫтөнә баҫҡылап ҡына алырға мөмкин. Һыуынғас, һутын шприц, йәки йомшаҡ трубочка аша стерилләнгән банкаларға ҡойорға кәрәк. Шуның менән беҙҙең дарыу әҙер. Көнөнә 3 тапҡыр эсергә. Иртәнсәк – ас ҡарынға, ярты сәғәт үткәс кенә ашарға мөмкин. Төшкө ашҡа һәм киске ашҡа тиклем ярты сәғәт алдан эсергә. 1 сәй ҡалағы һутҡа 1 сәй ҡалағы бал ҡушырға мөмкин.

Халыҡ медицинаһы булып иҫәпләнһә лә, врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында эшләнелде.

Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: