Беҙ шайтан таяғы тип йөрөткән сәнселе үлән яман шештәрҙән ярҙам итеүен беләһегеҙме?
Уны араҡыға һалып төнәтергә мөмкин: банканың яртыһынан күберәк шайтан таяғы сәскәһе һалып, тултырғансы араҡы ҡойорға һәм 1 ай төнәтергә. Был төнәтмәне яман шешкә ҡаршы ҡулланабыҙ.
Бынан тыш төнәтмәләр эшләргә лә була.
Ашҡаҙандың яман шеше.
1 ҡалаҡ ваҡланған япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашағандан һуң 1-әр стакан эсергә. Бынан тыш ул циститты дауалай, һеҙекте ҡыуа. Япраҡтарынан онтаҡ яһарға һәм көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ ҡабып, аҙағынан һыу йоторға.
Тире яман шеше, волчанка, скрофулездан
1 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. Тирене йыуыу һәм сылатҡыстар яһау өсөн 3-4 ҡалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, шулай уҡ 4 сәғәт тотоп йыуынырға. Тире яман шеше булғанда үҫемлектең яңы һығылған һуты менән зарарланған урындарҙы сылатырға.
Геморрой.
Хәл яҡшырғансы япраҡтарының онтағын көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ ашарға. Шайтан таяғы менән оҙаҡ дауаланғанда ла зыян килтермәй. Шулай ҙа гипертония булғанда һаҡ ҡулланырға кәрәк, ул ҡан баҫымын бер аҙ күтәрергә мөмкин.
Һау-сәләмәт булайыҡ!