Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Апрель , 17:00

Аяҡ аҫтындағы дарыу

Был үләнде ҡайһы бер баҡсасылар әрләп бөтә алмай. Күберәк һыу ҡойған түтәлдә йә һыулы мискәләр янында ул шунда уҡ үҫеп сыға. Еүеш үләне, йондоҙло үлән, русса мокрица тиҙәр уны. Ә был үләндең яман шештәргә ла ҡаршы тороуын, һыҙланыуҙарҙы баҫыуын, тире ауырыуҙарын йүнәлтеүен беләһегеҙме?  

Аяҡ аҫтындағы дарыу
Аяҡ аҫтындағы дарыу

Еүеш үләне (мокрица) һалҡын тейеүгә ҡаршы, һаҙланыуҙарҙы баҫыусы, үтте ҡыуыусы, шешенгән саҡта организмдан артыҡ һыуҙы сығарыусы булараҡ ҡулланыла. Дерматология, гинекология, онкология сирҙәренә ҡаршы профилактик сара ла. Был үлән күҙ сирҙәренә лә ҡаршы тора.

Әгәр варикоз менән ыҙалаһығыҙ йә һыҙлаһа, ошо үләнде аяҡтарығыҙға беркетеп бәйләп ҡуйығыҙ. Һыҙлаған урындарҙы ыуыу өсөн үләндән төнәтмә әҙерләп алығыҙ. Бының өсөн банканың яртыһына үлән һалығыҙ һәм араҡы менән тултырығыҙ. Утыҙ көндән һуң уны ҡулланырға була. Шулай уҡ ошо төнәтмә менән биттәге, тәндәге һытҡыларҙы, дерматитты, псориазды дауалайбыҙ. 

Төрлө ауырыуҙарҙы профилактикалау өсөн бер аш ҡалағы үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Уны дүрткә бүлеп көнөнә өс мәртәбә ас ҡарынға эсегеҙ.

Салат эшләгәндә укроп, һуған менән бергә ошо үләнде йәки уның үҙен генә турап һалығыҙ.

Фаршҡа еүеш үләнен ҡушыу ризыҡты витаминдар менән байытыр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: