Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Апрель , 08:50

Һары умырзая йөрәккә файҙалы

Һары умырзая үләненән әҙерләнгән төнәтмә, йөрәк ауырыуҙары булғанда, йөрәк ауыртыуҙы, тын ҡурылыуҙы баҫыу, йөрәк эшсәнлеген яйға һалыу, йөрәктең һүлпән эшләүенән килгән шешенеүҙе юҡ итеү өсөн ҡулланыла. Был төнәтмә шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда...

Дауаланыу өсөн һары умырзаяны ҡырҡып алабыҙ. Төбө-тамыры менән йолҡорға ярамай! Күпләп тә йыймағыҙ. Умырзая - бик көслө, уның әҙе лә етә.

Йыйылған үлән күләгәлә һәм ҡоро урында киптерәбеҙ.  Уны быяла һауытта һаҡлайбыҙ. Һары умырзая дауаһы 2 йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай. Һары умырзая үләненән әҙерләнгән төнәтмә, йөрәк ауырыуҙары булғанда, йөрәк ауыртыуҙы, тын ҡурылыуҙы баҫыу, йөрәк эшсәнлеген яйға һалыу, йөрәктең һүлпән эшләүенән килгән шешенеүҙе юҡ итеү өсөн ҡулланыла. Был төнәтмә шулай уҡ нервылар ҡаҡшағанда ла, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы, тын алыу юлдары һәм үпкә шешкәндә лә файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү: 1 балғалаҡ киптереп ваҡланған һары умырзая үләнен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Дарыуханаларҙа һары умырзая үләне төнәтмәһе ҡушып яһалған «кардиовален», «Бехтерев микстураһы» һ.б. дарыу препараттары һатыла. Белгес ҡушҡанынса ҡабул ителә. Һары умырзая ағыулы булыуын иҫәпкә алып, дауаланыу мотлаҡ рәүештә врач күҙәтеүендә үтергә тейеш. Дауаны билдәләнгән миҡдарынан артыҡ эсергә ярамай. Ике йәшкә тиклем балаларға һары умырзая дауалары бирелмәй. 

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: