Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Апрель , 14:55

Ҡайын һыуы - файҙалы эсемлек

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шифалы һут тиҙ боҙола, һыуытҡыста ғына тотҡанда ла ул бары ике көн һаҡлана. Шунан артыҡ һаҡламау хәйерле, юғиһә, әсегән һыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыр. Әммә уны консерваларға мөмкин.

Ҡайын һыуы - файҙалы эсемлек
Ҡайын һыуы - файҙалы эсемлек

Ҡайын һыуы - тәбиғәт үҙе бүләк иткән файҙалы эсемлек. Уның составы бик бай: В6, В12 витаминдары, фруктоза, кальций, калий, магний, марганец һ.б. Эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итер. Шифалы һыу организмда матдәләр алмашыныуын яйға һала. Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға ла һәләтле, ҡан баҫымын да тигеҙләй.

 

Ҡайын һыуын алыу өсөн йәш булмаған, олоно 20-30 сантиметр диаметрлы ағасты һайларға кәңәш ителә. Көндөҙ йыйыу яҡшыраҡ, сөнки төнөн ул яйыраҡ аға. Бер ағастан бер литр һыу алырға мөмкин. Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Машиналар күп йөрөгән юл буйында, ҙур ҡалалар янында үҫкән ҡайындарҙан һут йыйыу кәңәш ителмәй, уларҙа һаулыҡ өсөн зарарлы матдәләр туплана.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шифалы һут тиҙ боҙола, һыуытҡыста ғына тотҡанда ла ул бары ике көн һаҡлана. Шунан артыҡ һаҡламау хәйерле, юғиһә, әсегән һыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыр. Әммә уны консерваларға мөмкин. Эсемлекте һөҙәләр, 80 градусҡа тиклем йылыталар. Таҙа, стерилләнгән банкаларға ҡоялар, ҡапҡасын яҡшылап ябалар ҙа 70-80 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тоталар.  Ошо рәүешле ябылған ҡайын һыуы бер нисә ай шифаһын юғалтмай. Файҙалы матдәләрен юғалтмаҫ өсөн ҡайын һыуын туңдырырға ла мөмкин.

Ҡайын һыуы ҡушып эшләнгән маска бит тиреһе өсөн дә бик файҙалы. 1 ҡалаҡ ҡаймаҡты 2 ҡалаҡ ҡайын һыуы һәм 1 балғалаҡ бал менән ҡушып бутарға. Масканы биткә һөртөп, 15 минут тирәһе тоторға һәм һалҡынса һыу менән йыуып алырға кәрәк. Биткә һытҡы, экзема сыҡҡан осраҡта ҡайын һыуына мамыҡты сылатып битте һөртөү килешә.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: