Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Апрель , 18:30

Ҡан тамырҙарын таҙартабыҙ

Рим Әхмәтовтың “Одолень-трава” китабынан алынған ябай ғына ысулдар менән ҡан тамырҙарын таҙартырға була.

Ҡан тамырҙарын таҙартабыҙ
Ҡан тамырҙарын таҙартабыҙ

Клевер сәскә атҡанда уның сәскәһен йыйып, күләгәле урында киптерергә. Бер литрлыҡ банканы клевер сәскәһе менән тултырырға, өҫтөнә тулғансы араҡы ҡойорға һәм ҡараңғы урынға ултыртырға. Ике аҙнанан тәмле генә төнәтмә әҙер була. Әммә уны көнөнә бер аш ҡалағы ғына эсергә кәрәк: төшкө аш йәки йоҡларға ятыр алдынан. Дауаланыу курсы – 3 ай. Ике аҙна ял итергә һәм тағы ла өс ай дауаланырға. Был ысул ярҙамында баш ауырыуынан, ҡолаҡ шаулауынан ҡотолорға, баш һөйәге эсендәге юғары ҡан баҫымын (внутричерепное давление) нормаға килтерергә мөмкин. Клевер менән бер цикл дауаланыу өс йылға етә, һуңынан уны ҡабатларға мөмкин.

 * * *

Халыҡ медицинаһында баш мейеһе тамырҙарын таҙартыу өсөн миләштең ҡабығы киң файҙаланыла. Был һыналған ысул һәм уға ҡаршы күрһәтмәләр юҡ. Миләш ҡабығын иртә яҙ менән ағастарға һут тулышҡан мәлдә әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн бармаҡтан йыуан булмаған ботаҡтарҙы ҡулланырға. Ҡабыҡты мейестә түгел, асыҡ һауала күләгәле урында киптерергә. Ҡулланыр алдынан уны ваҡ итеп турарға. 5 аш ҡалағы ҡабыҡ өҫтөнә ярты литр һыу ҡойорға, утҡа ҡуйырға һәм һүрән генә утта ҡапҡасы ябылған һауытта ике сәғәт ҡайнатырға. Төнәтмәне һөҙөргә, һыуытҡыста тоторға. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 25- 30 г эсергә. Дауаланыу ваҡыты – 1,5-2 ай.

* * *

15 грек сәтләүеге ҡабығын йыуырға һәм өҫтөнә бер стакан һыу ҡойорға. Һүрән генә утта 15 минут ҡайнатырға һәм термосҡа ҡойоп, ике сәғәт тоторға. Ҡабыҡтарҙы һөҙөп алғас, ташларға кәрәкмәй. Уларҙы тағы бер стакан һыу менән 15 минут ҡайнатырға ла 2 сәғәткә термоста төнәтергә. Һөҙгәс, ике төнәтмәне бергә ҡушырға һәм һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр ашарға 20 минут ҡалғас, берәр аш ҡалағы эсергә. Дауаланыу курсы – 1 ай.

(Был яҙма ауырыуҙарҙы дауалауға ҡулланма түгел, ә таныштырыу маҡсатынан ғына бирелдә. Дауаланыу алымдары тураһында дауалаусы табип менән кәңәшләшергә кәрәк).

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: