Бөтә яңылыҡтар

Үпкәне таҙартайыҡ

Был мөғжизәле рецепт өсөн башлы һуған да бал ғына кәрәк. Ә үҙе үпкәләге ҡаҡырыҡты тиҙ генә сығара.    Был рецепт өсөн 50 г шыйыҡ бал, ярты килограмм башлы һуған, 1 литр таҙартылған һыу, ярты килограмм шәкәр алына. 

Үпкәне таҙартайыҡ
Үпкәне таҙартайыҡ

Был мөғжизәле рецепт өсөн башлы һуған да бал ғына кәрәк. Ә үҙе үпкәләге ҡаҡырыҡты тиҙ генә сығара. 

Был рецепт өсөн 50 г шыйыҡ бал, ярты килограмм башлы һуған, 1 литр таҙартылған һыу, ярты килограмм шәкәр алына. 

Һуғанды таҙартып иҙегеҙ һәм кәстрүлгә һалығыҙ. Унан өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ ҙа шәкәр өҫтәгеҙ. 

Ҡатнашманы һүрән утҡа ултыртығыҙ. Өс сәғәт шулай ҡайнағандан һуң уттан алығыҙ. Бер аҙ һыуынғас, бал өҫтәгеҙ.  

Әҙер дауаны ҡапҡаслы банкаға йәки шешәгә бушатығыҙ. 

Дауаны ашағандан һуң тәүлегенә 5-6 аш ҡалағы эсеп ҡуйығыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: