Бөтә яңылыҡтар

Быуындар һыҙлауынан ярҙам итә

Һәр миҙгелдә тәбиғәттән һаулығың өсөн барыһын табырға була. Ошо мәлдә ҡайын бөрөһөн йыям. Уны төрлө ауырыуҙарҙан эсәләр. Миңә тире ауырыуынан ныҡ ярҙам итте. Быуындар һыҙлауы, ашҡаҙан ауыртыуы, тәндәге паразиттарҙан шәп ярҙам итә...

Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлдә йыйыла һәм ҡоро урында киптерелә. Ҡояш нурҙары төшмәгән ҡоро һәм еләҫ урында киптерергә кәрәк. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре 2 йыл буйы шифаһын юғалтмай.

Ҡайын бөрөһө микробтарға ҡаршы көрәшеү, ҡанды туҡтатыу, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә, көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла.

Төнәтмәне әҙерләү:

2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөһөн 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1-әр аш ҡалағы эсергә.

Тамаҡ ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 грамм аҡ май ҡушып болғатырға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға. Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 грамм шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – өс аҙна.

Ҡайын бөрөһөн гастрит булғанда, быуындар һыҙлағанда, папилломаларҙан, бөйөр ауыртҡанда ла ҡулланалар.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:
Читайте нас: