Бөтә яңылыҡтар

Бөйөрҙән ташты ҡыуа

Һөйәкһеҙ йөҙөмдө, борсаҡлы ҡара боросто әҙерләп ҡуябыҙ.    Йөҙөмдө тишеп, эсенә борсаҡлы боростоң береһен тығабыҙ.     Бына дауа әҙер. Хәҙер нимә эшләйбеҙ? 

Бөйөрҙән ташты ҡыуа
Бөйөрҙән ташты ҡыуа

Бөйөрҙәге ташты ла, ҡомдо ла ҡыуа 

Һөйәкһеҙ йөҙөмдө, борсаҡлы ҡара боросто әҙерләп ҡуябыҙ. 

Йөҙөмдө тишеп, эсенә борсаҡлы боростоң береһен тығабыҙ.  

Бына дауа әҙер. Хәҙер нимә эшләйбеҙ? 

Көн һайын иртәнсәк ашарҙан алда дауаны ҡабул итәбеҙ.

1-се көн – 1 йөҙөм 

2-се көн – 2 йөҙөм 

3-сө көн – 3 йөҙөм 

Ошо рәүешле 10-ға еткерәбеҙ. 

11-се көндә шулай уҡ 10 йөҙөмдө ашайбыҙ. Ә бына 12-се көндө берәмләп кәметә башлайбыҙ, йәғни 9 йөҙөм ашайбыҙ. 

Ашаған саҡта ныҡлап сәйнәп ашар кәрәк. 5 йәки унан күберәк йөҙөмдө ашаған саҡьа тел әсетә башлай. Һыу эсеп ҡуйығыҙ. 

21 көн үткәс, 3 көн ял итеп алығыҙ. Был ваҡытта һейҙек ҡыуғыс дарыу эсергә кәңәш ителә. 

Йәнә 20 көн үткәс, тағы ла 3 көн ял итегеҙ. Был ввҡытта һейҙек ҡыуғыс дарыуҙы һәм курага ашағыҙ. Унан тағы 20 көн эсегеҙ ҙә туҡтатығыҙ. 

 Тәүге мәлдәрҙә һейҙек тоноҡ булыр. Ваҡыт үтеү менән ул таҙара. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: