Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы хәлһеҙлектән арыныу өсөн

Был осорҙа диета тоторға кәңәш ителмәй. Ҡышҡы талсығыуҙан һуң саҡ уяна башлаған организм өсөн был өҫтәмә стресс буласаҡ. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, яҙғыһын кешегә ныҡ булыу, ауырымау өсөн икмәк кәрәк. Шуға күрә ябығыу өсөн икмәктән баш тартһағыҙ ҙа, өҫтәлегеҙҙә, исмаһам, ҡара икмәк булһын. Шулай уҡ гөл һауыттарында йәки йәшниктәрҙә петрушка менән укроп үҫтереп ашарға була. Улар тиҙ үҫеп сыға...

Яҙғы хәлһеҙлектән арыныу өсөн
Яҙғы хәлһеҙлектән арыныу өсөн

Яҙғыһын күп кешеләр хәлһеҙлек, баш әйләнеүен, ауыртыуын, йыш ҡына вируслы инфекциялар менән ауырыуын, буштан-бушҡа көйөп китеүен тоя. Был организмдың иммунитеты ҡаҡшауы, һыуыҡ ҡыш осоронда бар витаминдар файҙаланылып бөтөүе тураһында һөйләй. Яҙғы осорҙа яҡшы ял итеү, тейешле кимәлдә йоҡлау мөһим. Бынан тыш витамин комплекстарын ҡулланыу кәрәк. Шулай уҡ газһыҙ һыу эсергә онотмағыҙ. Һыу бар тәнде таҙарта, уға “йоҡлап китмәҫкә” ярҙам итә. Йәшелсә-емеш ҡулланырға тырышығыҙ. Был осорҙа беҙ уларҙың “витаминлыһын” табыуҙан шикләнһәк тә, уларһыҙ булмай. Йөҙөм, курага, ҡара емештә витаминдар яҡшы һаҡланыуын онотмағыҙ, уларҙы даими ҡулланығыҙ.

Иммунитетты һаҡлау өсөн эремсек, ҡатыҡ, һыйыр, ҡош ите ашағыҙ. Был осорҙа диета тоторға кәңәш ителмәй. Ҡышҡы талсығыуҙан һуң саҡ уяна башлаған организм өсөн был өҫтәмә стресс буласаҡ. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, яҙғыһын кешегә ныҡ булыу, ауырымау өсөн икмәк кәрәк. Шуға күрә ябығыу өсөн икмәктән баш тартһағыҙ ҙа, өҫтәлегеҙҙә, исмаһам, ҡара икмәк булһын. Шулай уҡ гөл һауыттарында йәки йәшниктәрҙә петрушка менән укроп үҫтереп ашарға була. Улар тиҙ үҫеп сыға. Иң мөһиме, һыу һибергә онотмағыҙ. Тәҙрә төбөндә үҫкән петрушка бигерәк тә һыуҙы ныҡ ярата. Был да бик яҡшы витамин. Йәйгеһен туңдырып һалып ҡуйған емеш-еләкте лә ҡулланырға ваҡыт етте. Уларҙы ашарға йәки өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп эсергә мөмкин.

Йомортҡа, сыр, балыҡ ашау ҙа организмға хәл индерәсәк. Ә бына чипсы, газлы һыуҙар, артыҡ шәкәрле аҙыҡ зыян ғына килтерәсәк. Иртәнсәк бер стакан йылы һыуға бер сәй ҡалағы бал һалып эсегеҙ. Артабан бутҡа ашағыҙ, уға туңдырылған емеш-еләкте лә өҫтәп ебәрһәгеҙ, иртәнге ашығыҙ бигерәк файҙалы булыр.

Спорт тураһында ла онотмағыҙ. Иртәле-кисле саф һауала йөрөү бигерәк файҙалы. Иғтибар итһәгеҙ хәҙер күптәр скандинав атлауы менән мауыға. Уларға ҡушылып, күп көс-дәрт аласаҡһығыҙ. Йога тән матурлығы ғына түгел, ә йән тыныслығы ла бирер. Шулай уҡ дәртле көйҙәргә бейеп алыу, мунса-бассейнға йөрөү ҙә яҙғы хәлһеҙлекте ҡул менән һыпырып алғандай булыр. Йылмайығыҙ! Тормоштоң матурлығын күрә белеү ҙә, күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итер.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: