Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ФАП асылды

Бөгөн Ғүмәр ауылы халҡының шатлығы ҙур. Ауылдарында бар уңайлыҡтары булған, заманса ҡоролмалар менән байытылған өр-яңы мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. ФАП "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.  Ғүмәр мобиль ФАП-ы планлаштырылған мәлдән алдараҡ асылды. бында, әлбиттә, ғүмәрҙәрҙең өлөшө ҙур. Уларҙың һәр ҡайһыһы нисек тә буһа ярҙам итергә тырышҡан. Кемдер ҡул көсө менән, кемдер матди яҡтан, кемдер төҙөүселәрҙе фатирға индереп ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан.   

ФАП асылды
ФАП асылды

Бөгөн Ғүмәр ауылы халҡының шатлығы ҙур. Ауылдарында бар уңайлыҡтары булған, заманса ҡоролмалар менән байытылған өр-яңы мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. ФАП "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. 

Ғүмәр мобиль ФАП-ы планлаштырылған мәлдән алдараҡ асылды. бында, әлбиттә, ғүмәрҙәрҙең өлөшө ҙур. Уларҙың һәр ҡайһыһы нисек тә буһа ярҙам итергә тырышҡан. Кемдер ҡул көсө менән, кемдер матди яҡтан, кемдер төҙөүселәрҙе фатирға индереп ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан. 

ФАП-та сығышы менән ошо уҡ ауылдан булған йәш фельдшер Азалия  Әхмәтйәнова эшләй. 

Азалия Әҙеһәм ҡыҙы Өфө медицина колледжын тамамлап, 18-се дауахананың поликлиникаһында фельдшер булып ике йыл эшләй. Ауылдарында асыласаҡ өр-яңы ФАП-ҡа фельдшер кәрәк булғас, әсәһе өгөтләп ҡайтарып ала.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса эш башлай. 

"Ауылда 240 кеше йәшәй, шуларҙың 60-ы - балалар. 1 сабыйға әле 1 йәше лә тулмаған. 

Яңы заманса ФАП-та диспансеризацияның тәүге этабын үтә, табипҡа электрон сиратҡа тора, анализдар бирә ала. Шулай уҡ смотровой, процедуралар кабинеттары ла бар. 

ФАП-ты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин, Ярат ауылы биләмәһе башлығы Альбина Булатова, медицина хеҙмәткәрҙәре, Ғүмәр ауылы халҡы, халыҡ ижады үҙәге артистары һәм башҡалар ҡатнашты. 

Фәнил Рәмил улы ғүмәрҙәрҙе тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе. "ФАП-ҡа бары тик профилактик саралар өсөн генә йөрөрөргә яҙһын", -- тине ул. 

Илшат Тимерйән улы сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сәләмәтлек теләне. Альбина Булат ҡыҙы ФАП төҙөүҙә ярҙам иткән ауыл активистарына Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Сараны музыкаль яҡтан халыҡ ижады үҙәге артистары һәм ауылдың "Ғүмәриә" фольклор ансамбле бай йөкмәткеле концерт күрһәтте. Шулай уҡ ауыл халҡы ФАП ҡаршыһында һыйҙан һығылып торған өҫтәл табын да әҙерләгән ине. 

Ысынлап та, был фельдшер-акушерлыҡ пунктына ауыл халҡы бар тик профилактик саралар менән генә йөрөһөн, тигән теләктәребеҙҙе юллайыҡ. 

ФАП асылды
ФАП асылды
ФАП асылды
ФАП асылды
ФАП асылды
ФАП асылды
ФАП асылды
ФАП асылды
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: