Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ЕТЕН (ЛЁН) — ЕТМЕШ СИРҘӘН ДАУА

Йыш баш ауыртыуы, эс ҡатыу, хәлһеҙлек, күкрәк тәңгәлендә сәнсеү күп осраҡта йыуан эсәктең яй һәм насар эшләүенән булыуы мөмкин. Уны һыналған тәбиғи ысул ярҙамында таҙартырға мөмкин.Бының өсөн беҙгә бер стакан һыу, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ етен орлоғо, бер йәшел алма кәрәк...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йыш баш ауыртыуы, эс ҡатыу, хәлһеҙлек, күкрәк тәңгәлендә сәнсеү күп осраҡта йыуан эсәктең яй һәм насар эшләүенән булыуы мөмкин. Уны һыналған тәбиғи ысул ярҙамында таҙартырға мөмкин.

⭕Бының өсөн беҙгә бер стакан һыу, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ етен орлоғо, бер йәшел алма кәрәк. Ингредиенттарҙың барыһын да (алманы төштәренән таҙартып һалырға) блендерҙа ваҡларға кәрәк. Килеп сыҡҡан масса йыуан эсәккә генә түгел, дөйөм ашҡаҙан-эсәк системаһына файҙалы. Бындай дауаны аҙнаһына ике тапҡыр ҡабатлау ҙа етә.

📎Етен орлоғо ҡан баҫымын яйға һала, көс биреү үҙенсәлегенә эйә, шулай уҡ май алмашыныуҙы көйләй, кальций сығанағы ла. Диетологтар уны ябығырға теләгәндәргә, шулай уҡ холестеринды кәметеү, эс ҡатыуҙы булдырмау өсөн ҡулланырға ла тәҡдим итә.

Иҫкәрмә: Ҡулланыр алдынан мотлаҡ врач менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: