Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тубыҡтар һыҙламаҫ, баҫҡыстан йүгереп төшөп-менеп йөрөрһөгөҙ

Картуфығыҙ шыта башланымы? Көйәләнмәгеҙ! Уның шытымынан һыҙлаған, баҫҡыстан төшкәндә йәки менгәндә тыңламай ыҙалатҡан аяҡтарға бик шәп дауа әҙерләп алырға була...

Картуйтың шытымын (ул 4 - 5 см булырға тейеш) ит турағыс аша үткәрегеҙ. Унан уның һутын һөҙөп алығыҙ. 1/2 өлөш менән араҡы менән бутағыҙ. Мәҫәлән, һут ярты стакан икән, уға бер стакан араҡы (көмөшкә) алабыҙ. Яҡшылап быяла һауытта болғатабыҙ. Ошо ҡатнашманы һыҙлаған тубыҡтарға компресс итеп һалабыҙ һәм өҫтөн шәл менән бәйләп ҡуябыҙ. Эффект һиҙелһен өсөн мотлаҡ 7-10 көн эшләргә кәрәк. Бер нисә көндән тағы ҡабатлайбыҙ. Бер нисә курс үткәрергә кәрәк.

Һау-сәләмәт булайыҡ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: