Еҫе өсөн, ныҡ майланыуын яратмай онотолоп барған был рецепт варикоздан бик яҡшы ярҙам итә. «Әсәйемдең варикозы бүлтәйеп сығып ныҡ көсәйеп киткәйне. Өлкән кешегә операция эшләтеүе ҡурҡыныс бит. Ошо рецепты халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән инәй өйрәтте. Әсәйем уны көнө буйы һәм төнгөлөккә һылап йөрөнө. Май бөтөп, япмаларын алғас, аяҡтары тап-таҙа булыуын күрҙек»,-тип яҙа уны ҡулланып әсәһен дауалаған ҡатын.
Шулай итеп, рецептың үҙе. Алоэ, башлы һуғандың һуты, бал, Вишневский, ихтиол маздәре, сусҡа салоһы, шыйыҡ кер һабыны кәрәк буласаҡ. Уларҙың һәр береһен 1 аш ҡалағы алып, болғай-болғай ҡайнатып сығара яҙабыҙ һәм шунда уҡ һүндерәбеҙ (ҡайнатырға ярамай!!!). Май һыуынғас, уны аяҡҡа һөртөп, тышынан сепрәк менән ҡыҫмай ғына бәйләйбеҙ. Был япманы мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөрөтөгә кәрәк. Кемдең көндөҙ эшләргә мөмкинселеге юҡ, төнгөлөккә һылайбыҙ.
Аяҡтарығыҙ бер ҙә һыҙламаһын. Йүгереп кенә йөрөгөҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.