Районыбыҙҙа 2019 йылдан алып “Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, һигеҙ ФАП-тың бинаһы модулле итеп үҙгәртелде. Быйылғы йылда өс объекттың яңыртылыуы көтөлә. Тап шулар рәтенә Ишмырҙа ла инде. Бында заманса йыһазландырылған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
“Быға тиклем Ишмырҙалағы ФАП иҫке ине. Ул утын яғып йылытылды, һыуҙы ла ташып алырға тура килде”, -- тип шатлығы менән уртаҡлашты ауыл фельдшеры Зилә Ҡотлоғужина. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Зилә Ильяс ҡыҙының медицина өлкәһендә эшләүенә 40 йыл тулды.
ФАП-ты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Ишмырҙа ауыл биләмәһе башлығы Заһит Ҡашҡаров, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин, Ишмырҙа ауылы халҡы һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Фәнис Ғәбдрәшит улы: “Был көтөп алынған һәм ауыл өсөн бик кәрәкле социаль объект, заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен”, -- тигән теләктәрен еткерҙе һәм ауыл фельдшеры Зилә Ильяс ҡыҙына Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Илшат Тимерйән улы: “Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте, Башҡортостаныбыҙ етәкселеге, Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан айырыуса беренсел медицина хеҙмәте күрһәтеүсе звеноға айырым иғтибар бүленә”, -- тип билдәләп үтте.
Тантаналы минуттар ҙа етте. Ҡыҙыл таҫма киҫелде. Яңы ФАП, ысынлап та, йылы, яҡты һәм матур ине. Иң мөһиме, ауыл халҡына беренсел медицина хеҙмәтен күрһәтеү өсөн барыһы ла бар бында.
Ишмырҙа ауылы халҡына был яңы, йылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына тик профилактик саралар менән генә йөрөргә яҙһын, тип теләйек.
Эльмира Кейекҡужина.