Зилә Ҡотлоғужинаны ауылдаштары яратып “беҙҙең Зиләбеҙ” тип йөрөтә. Һаулығы яғынан саҡ ҡына проблемаһы килеп сыҡҡан һәр кем тәү сиратта Зилә Ильяс ҡыҙына йүгереп тигәндәй барып етә.
Зилә Ильяс ҡыҙы сығышы менән Ишмырҙа ауылынан. Атаһы ауыл механигы, ә әсәһе трахома ауырыуы бөткәнсе шәфҡәт туташы булып эшләй.
Зилә бала саҡтан әсәһе кеүек аҡ халат кейеп йөрөргә хыяллана. Шуға ла мәктәпте тамамлау менән Сибай медицина училищеһына юллана. 1984 йылда диплом алып, Богачевка фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер булып эшкә төшә. Бер йылдан тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. “Элек колхоздарҙа профилакторийҙар була торғайны. Беҙҙең колхозда ла булды. Шунда 20 йыл шәфҡәт туташы булып эшләнем”, – ти Зилә Ҡотлоғужина. Профилакторий ябылғас, 2004 йылда акушерлыҡ буйынса курс үтеп, сертификат ала. Унан ауылындағы ФАП-ҡа акушерка булып эшкә төшә. 2012 йылда йәнә белемен камиллаштырып, фельдшерлыҡ хеҙмәтен күрһәтә башлай.
Зилә Ильяс ҡыҙының медицина өлкәһендә эшләүенә ошо көндәрҙә 40 йыл тула. Яратып, күңел биреп башҡарған эшендә ул күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Фельдшер көнө билдәләнде. Улар – медицинаның төрлө өлкәләре буйынса белемгә эйә һәм һәр мәлдә сирлегә ярҙам итергә әҙер үҙенсәлекле медицина хеҙмәткәрҙәре. Тап фельдшер пациентты беренселәрҙән булып ҡарай, диагноз ҡуя һәм артабан тикшереү өсөн профилле белгестәргә ебәрә. Күп осраҡта кешенең һаулығы һәм ғүмере уның һөнәри оҫталығына һәм яуаплылығына бәйле. Бөгөн районыбыҙҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында 55 урта медицина хеҙмәткәре ауыл халҡы һаулығы һағында тора. Уларҙың 73 проценты квалификация категорияһына эйә. 18 хеҙмәттәшебеҙ “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшләй. 2019-2022 йылдарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса башланғыс звеноны яңыртыу сиктәрендә 2 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, 6 фельдшер-акушерлыҡ пункты модулле биналарға алмаштырылды. Тиҙҙән Ишмырҙа һәм Ғүмәр ауылдарында ла яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асасаҡ. Хөрмәтле коллегаларымды байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Һеҙҙең пациенттарығыҙ һәр саҡ һауығып, рәхмәтле булып ҡайтһын. Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормош энергияһы, ҙур уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйем.
Нурзилә УРАЗБАЕВА, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының ойоштороуметодик бүлеге фельдшеры