+24 °С
Ямғыр
Халыҡ медицинаһында һары майҙы ангина, киҙеү, һалҡын тейеү, эс ҡатыу, радикулит сирҙәрен, йәрәхәттәрҙе дауалауҙа файҙаланғандар.
Һары май косметологияла сәстәрҙе һәм битте тәрбиәләү өсөн маскалар әҙерләүҙә ҡулланыла. Ҡоро тирене йомшартыу, һырҙарҙы шымартыу, ваҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә тәьҫирле. Уның ярҙамында сәстәрҙе туҡландырырға, үҫтерергә мөмкин, ти косметологтар.
Баш ауыртыуҙарынан арыныу, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн башҡа һары майҙы һөртөп, массаж эшләп, ҡурғаш ябып ҡуябыҙ. Полиэтилен моҡсай ябып, ҡалын яулыҡ ябынырға ла була. Быны мунса алдынан эшләһәгеҙ бигерәк шәп була.