Һәр саҡ йоҡом килә

- Төнөн  яҡшы йоҡлауыма, иртә ятыуыма ҡарамаҫтан, көндөҙ ҙә йоҡом килә, туҡтауһыҙ иҫәнәйем. Был нимәнән булыуы бар? - Көндөҙ йоҡо килеүе аҡыл йә физик яҡтан ныҡ арыуҙан, туҡтауһыҙ борсолоуҙан, мейегә һауа етешмәүҙән килеүе бар. Бынан тыш һауа торошоноң, баҫымының ҡапыл алмашыныуы ла быға булышлыҡ итә. Бынан ҡотолоу өсөн...

Һәр саҡ йоҡом киләҺәр саҡ йоҡом килә
Һәр саҡ йоҡом килә

- Төнөн  яҡшы йоҡлауыма, иртә ятыуыма ҡарамаҫтан, көндөҙ ҙә йоҡом килә, туҡтауһыҙ иҫәнәйем. Был нимәнән булыуы бар?

- Көндөҙ йоҡо килеүе аҡыл йә физик яҡтан ныҡ арыуҙан, туҡтауһыҙ борсолоуҙан, мейегә һауа етешмәүҙән килеүе бар. Бынан тыш һауа торошоноң, баҫымының ҡапыл алмашыныуы ла быға булышлыҡ итә. Бынан ҡотолоу өсөн 22.00 сәғәттән ҡалмай йоҡларға ятығыҙ. Поливитаминдар эсегеҙ, йыш, әммә әҙләп ашағыҙ, бүлмәләрегеҙҙе елләтегеҙ. Төнгө йоҡоһоҙлоҡ менән интекмәһәгеҙ, төштән һуң бер сынаяҡ дәртләндереп ебәреүсе төнәтмәне эсегеҙ. Бының өсөн берәр аш ҡалағы әлморон, ҡара ҡарағат, миләшкә ҡайнап торған бер стакан һыу ҡойоғоҙ. 15-20 минуттан һуң һөҙөп эсегеҙ. Емештәр туңдырылған булһа ла ярай.

Әгәр бер ни ҙә ярҙам итмәһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Көндөҙ йоҡо килеүҙең сәбәбе аҙ ҡанлылыҡ, бөйөр, йөрәк, шәкәр диабеты сирҙәре, бауырҙың ағыуланыуы, матдәләр алмашыныуының боҙолоуынан булыуы мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас