+21 °С
Болотло
Был сәйҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ул бигерәк тә ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары булғандарға килешә.
Йөрәгегеҙ тулап, тыныслана алмайһығыҙмы? Көнөнә ике-өс стакан ромашка сәйе бик тә ярҙам итер. Ромашка сәйен эскәндәрҙең йоҡоһо ла яҡшыра. Ромашкала булған витаминдар организмға бик яҡшы тәҫьир итә. Тәндәге сыбартмалар бөтә.
Шулай ҙа был дарыу үләне. Уны ауырлы ҡатындарға, эсе киткәндәргә һәм ромашкаға аллергияһы булғандарға ярамай.
Ромашканы ҡәҙимге сәйҙе бешергән кеүек әҙерләгеҙ. Бер стакан һыуға бер аш ҡалағы тирәһе кипкән ромашка сәскәһе алына. Әгәр йәйгеһен ромашка киптермәгән булһағыҙ, уны аптеканан алырға була.