Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Февраля 2024, 11:10

Бауырҙы таҙартыу - ҡанды таҙартыу

Кешенең бауырына 600 йылға көс бирелгән. Әммә күпселек уны 60 йылда бөтөрә. Бауырҙы ваҡытында таҙартыу ҡанды ла таҙартыуға булышлыҡ итер. Бының өсөн йөҙөм кәрәк буласаҡ...

150 г йөҙөмдө яҡшылап йыуығыҙ. Уның өҫтөнә ике стакан һыу ҡойоп, 20 минут талғын утта ҡайнатығыҙ. Ул төнө буйы төнәргә тейеш. Шуға кискеһен эшләгеҙ. Иртәнсәк һөҙөп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ. Йөҙөмдәрен бутҡаға һалып, йәки үҙен генә ашағыҙ. Файҙаға ғына булыр. 

Төнәтмәне эсә башлағандан һуң бер нисә көндән үк көсөгөҙ артып, хәл инеүен тойорһоғоҙ. Ә 4 айҙан бауыр тулыһынса таҙарыр. Бауырҙы таҙартҡан мәлдә йәшелсәгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Һау-сәләмәт булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас